Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
31 Июль 2023, 10:25

Дауыл туғыҙ кешенең ғүмерен өҙҙө

Уларҙың араһында балалар күп... 

Дауыл туғыҙ кешенең ғүмерен өҙҙө
Дауыл туғыҙ кешенең ғүмерен өҙҙө

29 июлдән алып Волга буйы федераль округының һигеҙ төбәгендә хәүефле һауа торошо хөкөм итә. Бында көслө ел иҫә, дауыл ҡотора, ямғырҙар яуа. Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 27 метрға тиклем еткән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай һауа торошо кешеләр араһында ҡорбандарға килтерҙе. Һигеҙ субъектта барлығы 76 кеше йәрәхәтләнгән. Туғыҙы, шул иҫәптән дүрт бала һәләк булған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Иң күп ҡорбандар – Мари Илендә. Бында һигеҙ кеше, шул иҫәптән өс бала дауыл ҡорбанына әйләнгән. Асыҡланыуынса, кешеләр күл буйында ял иткән. Көслө ел ағастарҙы ҡырағай пляжда палаткаларҙа ял иткән кешеләр өҫтөнә ҡолатҡан. Һөҙөмтәлә һигеҙ кеше урында һәләк булған, 15 кеше дауаханала. Икәүһенең хәле бик ауыр тип баһалана. Күрше Татарстанда ла эштәр насар. Көслө ел өйҙәрҙе емергән, ағастарҙы ауҙарған, юлдар һыу аҫтында ҡалған. Ял итергә барған ғаиләлә фажиғә булған, Лайышлы районында 14 йәшлек бала һәләк булған.

Шулай уҡ 520 ауылда 99,5 мең кеше яҡтылыҡһыҙ ҡалған, 41 шәхси йорттоң һәм ете социаль объекттың ҡыйығы емерелгән, 550 ағас ауған. Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүҙә 758 кеше һәм 180 берәмек техника ҡатнаша.

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, насар һауа торошо дауам итәсәк. Шуға күрә ҡотҡарыусылар тәбиғәткә сыҡмаҫҡа, һыу инмәҫкә кәңәш итә, ағастар, ышанысһыҙ биналарҙа йәшенмәгеҙ, ти.

Башҡортостанда ла эҫе көндәр тора. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, урыны менән көслө ел иҫәсәк. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.  

Автор:Альфия Мингалиева

Сығанаҡ: Башҡортостан

Дауыл туғыҙ кешенең ғүмерен өҙҙө
Дауыл туғыҙ кешенең ғүмерен өҙҙө
Автор:
Читайте нас: