Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
19 Июль 2023, 12:26

Кескәйҙәр менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр

Тулыраҡ:

Кескәйҙәр менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр
Кескәйҙәр менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр

Борай районы буйынса Эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ хеҙмәткәре, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Юлия Миңлеғолова “Гүзәл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.
Ул профилактик акция сиктәрендә балалар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Уйын формаһында кескәйҙәргә йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу ҡағиҙәләре, юл билдәләре һәм светофор сигналдары тураһында һөйләне.
Инспектор яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыуға ла айырым иғтибар бүлде. Уларҙы рюкзактарға һәм өҫ кейемдәренә нығытырға мөмкинлеген белдерҙе.
Артабан ойошторолған хәрәкәтле уйындарҙа балалар алған белемдәрен нығытып, иғтибарлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттарҙы үҙҙәрендә тәрбиәләне. Профилактик сара күңелле һәм фәһемле үтте.

Наилә Имаева әҙерләне.

Кескәйҙәр менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр
Кескәйҙәр менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр
Автор:
Читайте нас: