Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
19 Май 2023, 15:09

Башҡортостанда ауылда бер юлы өс йорт янған

Шулай уҡ ут 10 ишек алдындағы мунсаны, һарайҙы, гаражды һәм тракторҙы ялмап алған.

Башҡортостанда ауылда бер юлы өс йорт янған
Башҡортостанда ауылда бер юлы өс йорт янған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Учалы районының Ахун ауылында ҡот осҡос янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынына шунда уҡ министрлыҡ көстәре һәм саралары, Мансур, Ахун ауылдарының ирекле янғын һүндереү командалары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө ел тиҙ арала утты тирә-яҡҡа таратҡан. Өс ағас өй һәм 10 ҡаралты (мунсалар, һарайҙар, гараж, трактор) зыян күргән. Күмәк көс менән янғын һүндерелгән.

Янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн урынға Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе ебәрелгән.

 “Хөрмәтле граждандар, электр приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бер үк ваҡытта күп приборҙарҙы бер розетка аша ҡабыҙмағыҙ. Янғын сыҡһа, шунда уҡ 101 һәм 112 телефондарына шылтыратығыҙ”, – ти иҫкәртәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Фото: mchsrb

Сығанаҡ: Башҡортостан

Башҡортостанда ауылда бер юлы өс йорт янған
Башҡортостанда ауылда бер юлы өс йорт янған
Автор:
Читайте нас: