Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
25 Ноябрь 2022, 16:49

Водителдәр иғтибарына!

Башҡортостанда ял көндәрендә Дәүләт автоинспекцияһының масштаблы рейдтары уҙғарыласаҡ.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

Профилактик сараның төп бурысы - автомобиль аварияларын иҫкәртеү, иҫерек водителдәрҙе асыҡлау. Рейдтарға шәхси составтарҙың күбеһе йәлеп ителәсәк.

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, ҡатмарлы һауа шарттарында ярҙамға мохтаждарға инспекторҙар ярҙамға килергә әҙер: "Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү - хеҙмәтебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе".

Кемдеңдер иҫерек килеш машина йөрөткәнен белһәгеҙ, был турала ЮХХДИ инспекторҙарына хәбәр итегеҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/novosti/2022-11-25/voditeld-r-i-tibaryna-3046244
Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!
Автор:
Читайте нас: