Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Октябрь 2022, 09:31

Йәйәүлеләргә бағышлау

Иҫке Балтас башланғыс мәктәбе уҡытыусылары Инзилә Сафина һәм Оксана Ғарипова беренсе класс уҡыусылары өсөн “Йәйәүлеләргә бағышлау” байрамын үткәрҙе.

Йәйәүлеләргә бағышлау
Йәйәүлеләргә бағышлау

Сараның маҡсаты — уҡыусыларҙың юлда үҙ-үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү, юл билдәләре һәм светофорға иғтибарҙарын көсәйтеү, юлда йөрөгәндә күҙәтеү һәм иғтибарҙы үҫтереү.
Байрам уйын һәм танып-белеү формаһында уҙҙы. Илүсә Сәйетғәлиева етәкселегендә 4-се “А” класы уҡыусылары ла был байрамдың ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтеүенә ҙур өлөш индерҙе. Улар юл хәрәкәте тураһында шиғырҙар һөйләне. Был сараның төп ҡунағы юл патруль хеҙмәткәре инспектор Рөстәм Ришат улы Шәрипов булды. Ул йәйәүлеләрҙең төп бурыстары, юл аша сығыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә беренселәр яуап һүҙе менән сығыш яһаны, барлыҡ юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәп йөрөүсе йәйәүле булырға ант бирҙе.


Фирғәт Нәбиуллин.

Йәйәүлеләргә бағышлау
Йәйәүлеләргә бағышлау
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: