Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
21 Сентябрь 2022, 14:20

Юл фажиғәләре

Уҙған тәүлектә республика юлдарында егерме ике автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, егерме дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 36 иҫерек водителде тотҡан (шуларҙың дүртеһе эскән килеш икенсе тапҡыр тотола).

Юл фажиғәләре
Юл фажиғәләре

Киске сәғәт алты тирәһендә Нефтекама-Ташкин автомобиль юлының 3-сө саҡрымында 54 йәшлек ир "Hyundai Solaris" машинаһында юлдан осоп түңкәрелгән. Водитель ваҡиға урынында һәләк булған.

Кискеһен Туймазы районында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлының 75-се саҡрымында, Туймазы ҡалаһынан 81 йәшлек бабай идара иткән "Лада Калина" менән Шаран районынан 60 йәшлек ир идара иткән "Ford Focus" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә илебеҙ автомобиле водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Был авария буйынса бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.

Киске сәғәт унынсыла Өфөнөң Перспектива урамында  68 йәшлек ир "Лада Веста" машинаһында һулға боролғанда ҡаршы килгән "Лада Приора"ға юл бирмәй, бәрелешкәндәр. Аварияла "Веста" пассажиры, 37 йәшлек ҡатын, ауыр йәрәхәттәрҙән вафат булған. Ике водитель һәм "Приора" ның 38 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-21/yul-fazhi-l-re-20-sentyabr-2958934
Юл фажиғәләре
Юл фажиғәләре
Автор:
Читайте нас: