Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
15 Август 2022, 14:00

Юл фажиғәләре - 14 август

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, ун дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 53 эскән водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 14 август
Юл фажиғәләре - 14 август

Кисә Ҡырмыҫҡалы районында, Боҙаяҙ-Атйетәр юлының бишенсе саҡрымында, 73 йәшлек водитель "Шевроле Нива" машинаһында юлдан осоп, үлемесле йәрәхәттәрҙән вафат булған. 50 йәшлек пассажир, водителдең ҡыҙы, дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт һәләкәте осрағы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Юл фажиғәләре - 14 август
Юл фажиғәләре - 14 август
Автор:
Читайте нас: