Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
19 Июль 2022, 14:47

Иртәндән тағы ла ҡайғылы хәбәр...

Мәләүез районындағы аварияла йәнә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.

Иртәндән тағы ла ҡайғылы хәбәр...
Иртәндән тағы ла ҡайғылы хәбәр...

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн таңғы сәғәт 5-тә Өфө – Ырымбур федераль трассаһының 196-сы саҡрымында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. “Ford Focus” менән ҡаршы килгән “Лада Ларгус” бәрелешкән.

Аварияла ике автомобилдең дә водителдәре һәм “Лада Ларгус”тағы бер пассажир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән. Шулай уҡ “Лада Ларгус”тағы өс пассажир дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Шулай уҡ республика ЮХХДИ идаралығы етәкселеге лә авария урынына сыҡҡан.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ. Юл хатаны, яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй.

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һы видеоһынан скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-07-19/irt-nd-n-ta-y-la-ay-yly-h-b-r-2877955
Иртәндән тағы ла ҡайғылы хәбәр...
Иртәндән тағы ла ҡайғылы хәбәр...
Автор:
Читайте нас: