Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
15 Июль 2022, 09:20

Иң мөһиме – хәүефһеҙлек

Һыуҙа һәләк булғандар һаны юл фажиғәләренекенә яҡынлай.

Иң мөһиме – хәүефһеҙлек
Иң мөһиме – хәүефһеҙлек

Һуңғы ваҡытта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәләрендә йәнә коронавирус темаһы күтәрелә башланы. Ни өсөн тигәндә, донъяла был хәлгә бәйле тағы хәүеф тыуа. Сирләү осраҡтары арта. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошо хаҡта һөйләне.

Уның белдереүенсә, һуңғы аҙнала республикала коронавирус менән сирләү осраҡтары дүрт процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта, һуңғы айҙың дөйөм күрһәткестәрен алһаң, сирләү 38 процентҡа кәмегән. Республикала ревакцинация әүҙем дауам итә.

Тағы бер ҙур хәүеф тыуҙырған тема – кешеләрҙең һыуға батыуы. Башҡорт­остандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, һандар көн һайын арта. Батып үлеү осраҡтарының бөтәһе лә һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа теркәлгән. Радий Хәбиров был йүнәлештә дөйөм эште, шул иҫәптән мәғлүмәти яҡтан, көсәйтергә ҡушты.

Халыҡты тағы ниндәй мәсьәләләр борсой? Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, республикала йәшәгән кешеләрҙән мөрәжәғәттәр һаны буйынса юлдар проблемаһы элеккесә беренсе урында ҡала. Иң күп һорауҙар Өфө ҡалаһы, Иглин һәм Белорет райондары халҡынан килә.

Һәр ваҡыттағыса, кәңәшмәлә яуаплы ведомство һәм министрлыҡ етәкселәре төп докладтар менән сығыш яһаны. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев юл хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн күрелгән саралар тураһында әйтте. Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев республика делегацияһының “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмә­һендәге эшенә йомғаҡ яһаны.

Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелек рейтингы йомғаҡтары менән таныштырыу күргәҙмә майҙансығында төп ваҡиғаларҙың береһе булды. 2021 йыл буйынса Башҡортостан беренсе урынды һаҡлап ҡалды һәм рейтингты төҙөй башлағандан алып уның лидеры булып тора.

Тағы бер мөһим тема – төбәктә газ үткәреү һәм социаль газ үткәреп бөтөү программаларына яҡынса йомғаҡ яһалды. Был турала “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләне. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡорт­останда 64 мең йортҡа газ үткәреү ҡеүәте бар тип баһалана.

Кәңәшмәлә Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк сервистарын үҫтереү тикшерелде. Учреждение директоры Наталья Куприянова хәбәр итеүенсә, 2018-2021 йылдарҙа күп функциялы үҙәк офистарында көтөү ваҡытын – 24-тән ике минутҡа тиклем кәметеүгә, ә килеүселәр өсөн сервистар һанын 40 процентҡа, йәғни 250-нән 350-гә тиклем арттырыуға өлгәшелгән. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереү сифаты менән ҡәнәғәт булыу кимәле 99,7 процент тәшкил иткән.

 

-  Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Иң мөһиме – хәүефһеҙлек
Иң мөһиме – хәүефһеҙлек
Автор:
Читайте нас: