Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
12 Ғинуар 2022, 14:15

Абай бул, төрмәгә ултыртыуҙары бар!

Хәҙер бер нисә тапҡыр ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыҡҡан йәки тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан арттырған өсөн өс йылға тиклем төрмәгә ябыуҙары ихтимал.

Абай бул, төрмәгә ултыртыуҙары бар!
Абай бул, төрмәгә ултыртыуҙары бар!

Абай бул, төрмәгә ултыртыуҙары бар!

10 ғинуарҙан Рәсәйҙә  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында закон үҙ көсөнә инде. Хәҙер бер нисә тапҡыр ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыҡҡан йәки тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан арттырған өсөн өс йылға тиклем төрмәгә ябыуҙары ихтимал.

Бынан тыш, 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем йәки ике-өс йыллыҡ эш хакы күләмендә аҡсалата штраф ҡаралган.

Шулай уҡ транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп тә тағы  руль артына ултырған киҫекһеҙҙәрҙе лә ике йылға тиклем рәшәткә артына оҙатыуҙары бар.

Фото: ufa.aif.ru

Автор:Венер Исхаков
https://shonkar.com/news/novosti/2022-01-10/abay-bul-t-rm-g-ultyrtyu-ary-bar-2648718
Читайте нас: