Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
20 Декабрь 2021, 15:16

Яңы йыл ялдары фажиғәгә әйләнмәһен өсөн

Байрамдар осоронда уртаса алғанда көн һайын 17 янғын була, уларҙа бер кеше үлә һәм ике кеше йәрәхәтләнә.  

Яңы йыл ялдары фажиғәгә әйләнмәһен өсөн
Яңы йыл ялдары фажиғәгә әйләнмәһен өсөн

Яңы йылға тиклем 10 көн самаһы ғына ваҡыт ҡалды. Күңелле байрам насар ваҡиғалар менән боҙолмаһын өсөн республиканың ашығыс хеҙмәттәре был көндәрҙә юғары әҙерлек тәртибендә эшләй.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов байрам осоронда нисек хәүефһеҙлек тәьмин ителәсәге тураһында һөйләне.

Уның белдереүенсә, практика күрһәтеүенсә, Яңы йылдың оҙайлы ялдары осоронда янғындар, автомобиль юлдарында хәрәкәт сикләнеүе, тормошто тәьмин итеү системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуы һәм һыу объекттарындағы ваҡиғалар хәүефе арта. Шуға күрә оператив эш итеү өсөн был көндәрҙә уларҙың көстәре Юғары әҙерлек тәртибендә эшләй.

– Граждандарҙың хәүефһеҙлеген 20 меңгә тиклем кеше һәм биш меңгә тиклем техника тәьмин итәсәк. Яңы йыл байрамдары осоронда көн һайын 2150 кеше һәм 850 берәмек техника дежурға сығасаҡ, – тине Марат Латипов.

Һауа шарттары насарайып китһә, халыҡҡа шунда уҡ СМС хәбәрҙәр һәм киң мәғлүмәт саралары аша мәғлүмәт биреләсәк. Һәр осраҡ буйынса ла махсус подразделениелар әҙерләнгән, улар уҡыуҙар һәм күнекмәләр үтеп тора.

Айырым ҙур иғтибар янғын хәүефһеҙлегенә бирелә.

– Һуңғы биш йыллыҡ анализдар шуны күрһәтә: байрамдар осоронда уртаса көн һайын 17 янғын була, уларҙа бер кеше үлә һәм ике кеше йәрәхәтләнә. Кешеләр һәләк булған янғындар фатирҙарҙа һәм йорттарҙа була, уның сәбәптәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн 900 самаһы профилактика төркөмө эшләй һәм районда “Профилактика штабы” булдырылған, – тине ул.

Фото: cherkessk.su

Автор:Альфия Мингалиева
Яңы йыл ялдары фажиғәгә әйләнмәһен өсөн
Яңы йыл ялдары фажиғәгә әйләнмәһен өсөн
Автор:
Читайте нас: