Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
26 Ноябрь 2021, 12:18

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртте белгестәр

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге менән тура бәйләнеш дауам итә. Бөгөнгө эфирҙа ниндәй темалар күтәрелде?

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртте белгестәр
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртте белгестәр

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Әлиә Ҡәйүмова иң тәүҙә һуңғы тәүлектә ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр нисбәтенә туҡталды. Кисә яуған көслө ҡар арҡаһында, әлбиттә, юлдарҙы таҙартыу мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙарҙың күп булыуы аңлашыла. Республика халҡынан был темаға ҡағылышлы 270 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Артабан көнүҙәк һорауҙар теҙмәһе түбәндәгесә: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – 240 хәбәр, төҙөкләндереү – 218, һаулыҡ һаҡлау – 197. Коронавирусҡа ҡағылышлы һорауҙар кәмей бара – 104 хәбәр.

Әлбиттә, “Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән һәр мөрәжәғәт Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан шунда уҡ иғтибарға алына һәм уның буйынса тейешле органдарҙы йәлеп итеп эш башлана.

Эйе, һауа торошоноң үҙгәреп тороуы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә лә, автомобиль йөрөтөүселәргә лә, йәйәүлеләргә лә үҙ мәшәҡәтен һала. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Лилиә Кәримова ҡышҡы миҙгелгә бәйле кәңәштәр менән уртаҡлашты. Һуңғы бер нисә көндә яуған ҡар, боҙлауыҡ арҡаһында Өфө-Белорет трассаһында ла ауыр ғына хәл-торош күҙәтелгәйне. Әле унда хәлдәр яйланған, юл һыҙаттары асыҡ. “Ҡар-буранлы мәлдә водителдәр мотлаҡ дистанцияны һәм тиҙлек режимын һаҡларға тейеш. Шулай уҡ йәйәүлеләрҙе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Әгәр юлда саҡта ниндәйҙер ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, 112 һандарын йыйып, Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ”, - тип һөйләп үтте Лилиә Кәримова.

Әйткәндәй, алда торған ял көндәрендә лә болотло, яуым-төшөмлө һауа торошо һаҡланасаҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ ихтималлығы ла бар, шуға күрә һаҡ булығыҙ, тип иҫкәрттеләр тура эфирҙа ҡатнашҡан белгестәр.

Фото: e-katalog.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртте белгестәр
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртте белгестәр
Автор:
Читайте нас: