Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
21 Ноябрь 2021, 17:25

Һәр саҡ уяу булырға кәрәк

"Рәсәй балалары - 2021" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә профилактик әңгәмә ойошторолдо.

Һәр саҡ уяу булырға кәрәк
Һәр саҡ уяу булырға кәрәк

"Рәсәй балалары - 2021" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Балтас районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге "Романтик" үҫмерҙәр клубы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балтас районы буйынса бүлеге, үҙәк район дауаханаһы менән берлектә Башҡорт төнъяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы уҡыусыларына тыйылған матдәләрҙе ҡулланыуҙың зыяны, кеше организмына наркотиктарҙың ниндәй ҡурҡыныс, афәт килтереүе тураһында профилактик әңгәмә үткәрҙе. Белгестәр шулай уҡ Интернет ауына эләкмәҫ өсөн уҡыусыларҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа, һәр саҡ уяу булырға саҡырҙы.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтас районы.

Һәр саҡ уяу булырға кәрәк
Һәр саҡ уяу булырға кәрәк
Һәр саҡ уяу булырға кәрәк
Читайте нас: