

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Урындағы хоҡуҡ һаҡлаусылар был инциденттың булыуын һаҫлаған: 12 йәшлек малай түбәгә һәм стенаға атҡан. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре малайҙың ҡулына ҡорал ҡайҙан килеп эләккәнен тикшерә.
Telegram-каналдар алдан хәбәр итеүенсә, үҫмерҙе мәктәп директоры «Сайга»ны ташларға өндәй алған. Малайҙың класташтары менән һүҙгә килешеүе, шунан һуң ҡоралға тотоноуы тураһында билдәле булған.
Атыш мәлендә мәктәптәге 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм 30 педагог булған. Улар бинанан үҙаллы сыға алған.
https://www.bashinform.ru/news/1659446-v-odnoy-iz-rossiyskikh-shkol-shestiklassnik-ustroil-strelbu-iz-saygi/