Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Сентябрь 2021, 13:48

Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан

Мәләүездән ҡасҡан был ирҙең үҙенсәлекле билдәһенә иғтибар итегеҙ.

Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан
Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан

Рәсәйҙең Яза башҡарыу буйынса федераль хеҙмәтенең эҙләү бүлексәһе төрмәнән ҡасҡан 1983 йылғы Александр Юрьевич Нестеровты эҙләй. 2021 йылдың 8 сентябрендә ир Мәләүездәге колония-ултыраҡтан сығып киткән.

Краснодар ҡалаһынан булған ир бурлыҡ өсөн хөкөмгә тарттырылған, ә ҡулға алынғанға тиклем Тамбов өлкәһенең бер ауылында йәшәгән.

Енәйәтсенең үҙенсәлекле билдәһенә иғтибар итегеҙ: һул сикәһендә биш сантиметр ҙурлығында яра эҙе бар. Өҫтөнә хаки төҫөндәге куртка, ҡара кофта, аҡ эмблемалы ҡара бейсболка, йәшел салбар кейгән, аяғында - ҡара ботинка.

Яза башҡарыу федераль хеҙмәте белдереүенсә, колония-ултыраҡта хөкөм ителгән кешеләр һаҡ аҫтыеда тотолмай, улар торғандан алып йоҡларға ятҡандарына тиклем колония биләмәһендә ирекле йөрөй ала.

Һүрәттәге кеше тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.

Фото: ufatime.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан
Һаҡ булығыҙ: енәйәтсе ҡасҡан
Автор:
Читайте нас: