Хәрби-илһөйәрлек клубтары курсанттары көндөҙгө сәғәт 12-нән 2-гә тиклем ҡала парктарындағы мемориалдар һәм һәйкәлдәр янында «Хәтер Вахтаһы»нда тора.
Мостай Кәрим исемендәге скверҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән 2-гә хәтлем өфөләргә Алыҫ Көнсығыш Еңеүенең һәм Икенсе донъя һуғышы финалының халыҡ символы – «Японияны еңгән өсөн» тип яҙылған муар таҫмалар таратыла.
Бынан тыш, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында Икенсе донъя һуғышының тамамланыуына 76 йыл тулыуға бағышланған викториналар, әңгәмәләр, тематик китап күргәҙмәләре, класс сәғәттәре, ҡаһарманлыҡ дәрестәре ойошторола.




