Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала мәктәптәре уҡыусылары “Октава” үҫмерҙәр клубтары берләшмәһе ирекмәндәре һәм йәш армеецтар менән берлектә “Һалдатҡа хат” акцияһында ҡатнашты.
Әрме сафында хеҙмәт иткәндәргә бүләктәр һәм хаттар тапшырыу күптән инде матур йолаға әүерелде. “Һалдатҡа хат” акцияһы тәүге тапҡыр 20 йылдан ашыу элек, Икенсе Чечня кампанияһы башланған мәлдә, ойошторолғайны. Ул осорҙа посылкалар һәм хаттар Чечнялағы һалдаттарға ебәрелде.
Мәғлүм булыуынса, Нефтекамалағы сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылды. Хәҙер изге теләктәр яҙылған хаттар илебеҙҙең төрлө тарафтарында хәрби бурысын үтәгән егеттәргә ебәрелә. “Юнармия” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Владимир Габедава әйтеүенсә, әлеге акцияла Нефтекама уҡыусылары ҙур теләк менән әүҙем ҡатнашты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/210509
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/210509