Закон буйынса, интернет аша һатып алған тауарҙы ҡулға алғанға тиклем баш тартырға мөмкин. Шулай уҡ уны алғас та ете көн дауамында кире ҡайтарырға була. Һатыусы тарафынан һатып алыусыға түләү ҡағыҙы (шулай уҡ тауар хаҡын түләүҙе раҫлаусы башҡа документ) бирелгәс йәки алыусы тауарҙы һатып алырға теләүе тураһында хәбәр иткәндән һуң, һатыу-алыу килешеүе төҙөлгән булып һанала.
Тауар өсөн аҡсаны күсереү юлы менән түләгән йә иһә бурысҡа алған осраҡта, һатыусы тауар биреүҙе тапшырыу ҡағыҙы яҙып раҫларға тейеш. Шулай уҡ ҡабул итеү-тапшырыу беркетмәһе (закрепительный лист) төҙөлөргә мөмкин. Тауарҙы сифатһыҙ булыуы сәбәпле йәки төҫө, үлсәме һәм башҡа күрһәткесе буйынса һатып алыусыға тап килмәгән осраҡта ла кире ҡайтарырға мөмкин. Тик уның тышҡы торошо, ҡулланыу үҙенсәлектәре һаҡланырға һәм ҡулығыҙҙа һатып алыу шарттарын раҫлаусы ҡағыҙ булырға тейеш. Һатып алыусы тауарҙан баш тартҡан осраҡта, һатыусы курьер сығымдарынан тыш түләнгән аҡсаны талап иткән ваҡыттан һуң ун көндә тулыһынса кире ҡайтарырға бурыслы.
Тауарҙы тапшырған ваҡытта “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы федераль законда күрһәтелгән барлыҡ мәғлүмәтте лә һорағыҙ. Улар түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
– сифат талаптарына тура килеүҙе мәжбүри раҫлау һәм мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләү тураһындағы Рәсәй законы тарафынан билдәләнгән етештереү ҡағиҙәләренең атамаһы йәки башҡа билдәләре;
– тауарҙың төп ҡулланыу үҙенсәлектәре, ә аҙыҡ-түлеккә килгәндә, уны әҙерләүҙә ҡулланылған аҙыҡ һәм тәбиғи көсәйткес өҫтәмәләр (добавки), туҡлыҡлылығы, ҡулланыу һәм һаҡлау шарты, ауырлығы, күләме, етештереү ваҡыты менән урыны, ҡайһы бер ауырыу ваҡытында зарарлы булыуы тураһында мәғлүмәт;
– әгәр ҙә күрһәтелгән икән, ҡулланыу мөҙҙәте тураһында мәғлүмәт;
– хаҡы һәм һатып алыу шарттары;
– тауарҙы дөрөҫ һәм хәүефһеҙ ҡулланыу шарттары һәм ҡағиҙәләре;
– яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан тауар ҡулланыусының ғүмеренә, һаулығына, мөлкәтенә ҡурҡыныс тыуҙыра йәки ҡулланыуға яраҡһыҙ була икән, ҡулланыусының тейешле ғәмәлдәре һәм, улар үтәлмәгән осраҡта, мөмкин булған һөҙөмтәләр тураһында мәғлүмәт;
– етештереү урыны һәм етештереүсе тураһында мәғлүмәт;
– Рәсәй законы нигеҙендә һатып алыусының мөлкәтенә зыян килтереүгә юл ҡуймау, уның ғүмере, һаулығы һәм әйләнә-тирәнең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе мәжбүри талаптарға тап килеүен раҫлаусы мәғлүмәт;
– тауарҙы һатыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт;
– тауарҙы кире ҡайтарыу тураһында мәғлүмәт.
Был мәғлүмәттәр тауарҙы тапшырған ваҡытта һатып алыусыға яҙма рәүештә (сит ил тауарҙары өсөн рус телендә) еткерелергә тейеш. Әгәр яҙма мәғлүмәт бирелмәһә, һатып алыусы тауарҙы өс айҙа кире ҡайтара ала.
Фото: Гөлнур ҠЫУАТОВА.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2021-02-02/internet-tauaryn-kire-aytaryp-bulamy-1208357