Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
14 Сентябрь 2021, 14:43

Ҡотлайбыҙ, Вадим!

Мишкә агросәнәғәт колледжы студенты Вадим Мортазин «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia - 2021)  милли чемпионатының “Умартасылыҡ” компетенцияһында абсолют еңеүсе булыуға иреште. Әйткәндәй, “Умартасылыҡ” компетенцияһы быйыл тәүге тапҡыр индерелде.

Ҡотлайбыҙ, Вадим!
Ҡотлайбыҙ, Вадим!

IX “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатында ҡыҙҙар һәм егеттәр 105 һөнәри компетенция (үҫмерҙәр 51 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап ҡарай) буйынса көс һынашты. Компетенциялар ете блокка бүленгәйне: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм логистика, шулай уҡ мәғариф йүнәлеше.
Вадим Мортазин 16 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләр категорияһында “Умартасылыҡ” компетенцияһы буйынса республика данын яҡланы. Ете ҡатнашыусы араһында ул иң юғары балл йыйып, абсолют еңеү яуланы.
WorldSkills чемпионатынан бер аҙна алда республика Башлығы Радий Хәбиров Мишкә районында эш сәфәре менән булғайны. Вадимға уның менән әңгәмәләшеү бәхете тейгән.
— Мишкәлә мин Радий Фәрит улына еңеү яуларға вәғәҙә иткәйнем, һүҙемдә торҙом. Башҡортостанда йәшәп, дәғүәселәремдән отолоу оят булыр ине, сөнки республикабыҙ умартасылыҡ буйынса алдынғылар рәтендә, беҙҙең бал — иң тәмлеһе һәм файҙалыһы, — тине Вадим.
Вадим Мортазин чемпионатҡа әҙерләгән уҡытыусылары Ксения Михайлова, Константин Ҡотломәтов һәм колледж директоры Валерий Байбулатовҡа рәхмәтен белдерҙе.
Афарин, Вадим! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, киләсәктә тағы яңы үрҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!

 

Авторы; Лилиә ХӘСӘНОВА.

Ҡотлайбыҙ, Вадим!
Ҡотлайбыҙ, Вадим!
Ҡотлайбыҙ, Вадим!
Ҡотлайбыҙ, Вадим!
Ҡотлайбыҙ, Вадим!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: