#Беҙтеррорғаҡаршы
#Мыпротивтеррора
Террор акттары илдең төрлө ҡалаларында теркәлеп торһа ла, был дата бушҡа һайланмаған — 2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында ҡанһыҙлығы, бәғерһеҙлеге менән бөтә донъяны шаҡ ҡатырған террор акты ҡылына. Беслан фажиғәһе Рәсәйҙә йәшәүселәр хәтеренә мәңгелеккә уйылған. Бандиттар мәктәпкә һөжүм итеп, уҡыусыларҙы аманатҡа алыуы арҡаһында 333 кеше һәләк була. Шуларҙың 186-һы — 1-ҙән 17 йәшкә тиклемге балалар. Өс көн дауам иткән мәхшәр 3 сентябрҙә генә тамамлана, махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр мәктәпкә штурм яһап, террорсыларҙы юҡ итә ала. Ошо ҡайғылы көн хәтер көнө булараҡ билдәләнә.
Был көндө беҙ ил буйынса вәхшиҙәрсә ҡылынған терракт ҡорбандарын иҫкә алабыҙ: улар төрлө йылдарҙа Буйнакск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Первомайск, Буденновск, Волгодонск, Владикавказ ҡалаларында теркәлде. Быйыл сығарылыш имтихандары алдынан Ҡазан мәктәптәренең береһендә булған фажиғәне лә террактҡа тиңләйҙәр. Төбәктәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә митингылар уҙа, мәктәптәрҙә тематик дәрестәр үтә, мемориалдарға сәскәләр һалына.
Йәшәп тә өлгөрмәй, ҡанһыҙ бандиттар ҡорбаны булған фәрештә кеүек кенә сабыйҙар мәңге беҙҙең хәтерҙә...