8 сентябрҙә 19.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур матбуғат конференцияһы үтә. Төбәк етәксеһе журналистарҙың һәм республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.
Сара Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа барасаҡ.
Әгәр һеҙҙең дә Радий Хәбировҡа һорауығыҙ бар икән, быны ике юл менән эшләргә була:
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә комментарий ҡалдырырға (vk.com/radiyhabirov, facebook.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov, instagram.com/khabirovradii);
- видеоһорау ебәрергә лә мөмкин, уны мобиль телефон камераһына яҙҙырығыҙ һәм glavarb.ru сайтында махсус бүлексәгә урынлаштырығыҙ.
Фото: duv-vest.rbsmi.ru