WorIdSkiIIs Russia- 2021 финалында Айнур «Мебель етештереү» компетенцияһында сығыш яһаны.
— «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионаты тураһында мин 2019 йылда белдем. Ул саҡта мин колледжда һайлап алыу турында — икенсе һәм төбәк чемпионатында «Ағас эше» буйынса өсөнсө урын яуланым, — тип һөйләй Айнур. – Конкурста миңә төҙөлөш материалдарынан шахмат өҫтәле эшләргә кәрәк ине. Үҙем менән заманса ҡоралдарым юҡ ине, барыһын да ҡулдан эшләргә тура килде, шуға ла өҫтәлде биҙәргә ваҡыт етмәне. Конкурстан бары тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды, мин колледж исемен яҡланым, яңы кешеләр менән таныштым, белемемде һәм оҫталығымды байыттым. Мин киләсәктә яҡшы һөҙөмтәләргә мотлаҡ ынтыласаҡмын. Педагогтарыма, әсәйемә, яҡындарыма һәм туғандарыма ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтлемен.
Ә беҙ Айнурға ирешелгәндәрҙә туҡталмауын, алға барыуын һәм уңыштар теләйбеҙ.
Люция Карамова.