“Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы ябылды.
Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар милли беренселек еңеүселәренә һәм призерҙарына миҙалдар тапшырҙы. Дөйөм командалар иҫәбендә Мәскәү ҡалаһының йыйылма командаһы WorldSkills милли чемпионаты финалының абсолют еңеүсеһе тип танылды. I урынға, миҙалдар һаны һәм 700 балл шкалаһы буйынса, төбәк позицияһы рейтингы иҫәпкә алынып, Татарстан Республикаһы командаһы сыҡты. II урынды Башҡортостан Республикаһы менән Санкт-Петербург ҡалаһы командалары бүлеште. Ә III урын Мәскәү өлкәһе командаһына бирелде. Әйткәндәй, Башҡортостан йыйылма командаһына 280 конкурсант һәм 218 эксперт инде.
Тамашасыларға “Голос Дети-2” телепроектында ҡатнашыусы Мария Мирова, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм Рәсәй коллективы “Dabro” дәртле йыр-моңдар бүләк итте. Байрам салютын олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡараны.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.