Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
WorldSkills
26 Август 2021, 04:10

Владимир Путин йәш һөнәрмәндәрҙе сәләмләне

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. #НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia   #ВладимирПутин

Владимир Путин йәш һөнәрмәндәрҙе сәләмләнеВладимир Путин йәш һөнәрмәндәрҙе сәләмләне
Владимир Путин йәш һөнәрмәндәрҙе сәләмләне

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы исеменә йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселегендә ҡатнашыусыларға ҡотлау сәләмен еткерҙе. Унда былай тиелә:

– Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында ҡотлайым! Дистанцияла ярыштарға бүтәндәр ҙә – Азия-Тымыҡ океан төбәге һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берлеге конкурсанттары ҡушыласаҡ. Бындай күп ҡатнашыусылар сараның ни хәтлем мөһим икәнен күрһәтте. Сәмле бәйгелә һөнәрмәндәр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә алыуына ышанам.

Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли чемпионаты финалы 29 августа тамамлана.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов

Владимир Путин йәш һөнәрмәндәрҙе сәләмләне
Владимир Путин йәш һөнәрмәндәрҙе сәләмләне
Автор:
Читайте нас