Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
12 Июль , 15:00

Әүҙемлеге менән һоҡландыра

Аделина Шәмсиева күптәргә өлгө булып тора

Әүҙемлеге менән һоҡландыра
Әүҙемлеге менән һоҡландыра

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында уңған, тырыш, сәмсел студенттар байтаҡ. Улар араһында филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-рус бүлегендә белем алыусы 3-сө курс студенты Аделина Шәмсиева әүҙемлеге менән һоҡландыра.

Аделина – Тәтешле районы Яңғыҙ Нарат ауылы ҡыҙы. Кесе йәштән үк йырларға, шиғыр һөйләргә ярата. Башланғыс кластарҙан алып районда үткән төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша, мәктәптә “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡый, спорт менән дә шөғөлләнә. Ә инде 10-сы-11-се кластарҙа, туған телен яратҡан ҡыҙ, республика күләмендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ҡатнашып, призлы урын яулай. Шуға күрә мәктәпте уңышлы тамамлаған Аделина, күп уйлап тормай, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалына документтарын тапшыра. Телһөйәр ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген һайлай.
Юғары уҡыу йортона ингәс тә Аделина юғалып ҡалмай, төркөм һәм университет тормошо менән “ҡайнап” йәшәй. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, журналистика түңәрәгенә йөрөй, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите менән хеҙмәттәшлек итә. Барлыҡ дисциплиналарҙан тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Яҡташы Әнғәм Атнабаевтың ижади эшмәкәрлеге буйынса яҙған фәнни-тикшеренеү эшенең төп һығымталары студенттарҙың, магистранттарҙың һәм аспиранттарҙың “Мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда фән” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында призлы урын яуланы. Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы үткәргән “Геройҙар дәүере” төбәк-ара әҙәби һәм ижади конкурсында “Бөрө шишмәләре” башҡорт журналистикаһы түңәрәге ағзаларының эше “Видеороликтар” номинацияһында беренсе урын яулауы ла Аделинаның ныҡышмал һәм талапсан булыуы менән бәйле. Уҡыу алдынғыһы булғаны, фәнни конференцияларҙа ҡатнашҡаны һәм факультет тормошонда әүҙемлек күрһәткәне өсөн Аделина уҡыу йорто булдырған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға тәҡдим ителде.
Шундай талантлы, өлгөр, тырыш студентҡа киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.


Камила Мөхәмәтова.

Автор:
Читайте нас: