Венера Хәким ҡыҙы Ғилманова бына өс тиҫтә йылдан артыҡ Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Рус теленә булған һөйөүе һәм уҡыусыларына был фәндең асылына төшөнөргә ярҙам итеү ынтылышы уға тормош юлынан ышаныслы үтергә көс бирә.
Мәктәп йылдары — балаларҙа ғәҙәт, холоҡ үҙенсәлектәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙар формалашҡан ваҡыт. Нәҡ бына ошо осорҙа төп белемдәр һалына һәм улар киләсәк тормош өсөн нигеҙ булып тора. Белемдәрҙең балаларға нисек тапшырылыуы ла мөһим. Был ваҡытта беренсе планға уҡытыусы, уның уҡытыу методикаһы, эшкә ҡарашы һәм педагогик һәләте сыға. Нәҡ бына ошо сифаттар һәм һәләттәр Венера Хәким ҡыҙына хас.
Уҡытыусының һәләте һәм оҫталығы уҡыу программалары менән генә сикләнмәй. Венера Ғилманова балаларҙың иғтибарын әйләнә-тирәне уратып алған бар нәмәгә лә йәлеп итә белә. Ул үҙ фәнен көслө һәм тәрәнтен белеп, белем һәм тейешле мәғлүмәттәр йыйылмаһын ғына биреп ҡалмай, ә балаларҙы үҙ фәненең ғәжәйеп донъяһына алып инә.
Венера Хәким ҡыҙы — Иҫке Балтас ауылы ҡыҙы. 1987 йылда урта мәктәпте тамамлағас, юғары белем алыу маҡсаты менән Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Тутағас ауылында йәш белгес хеҙмәт юлын башлай. Ә инде 1997 йылдан бөгөнгә тиклем Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә уҡыусыларға рус теленән төплө белем бирә. Тәрән белемле, гел яңылыҡҡа ынтылыусы уҡытыусыны балалар ҙа ярата.
Венера Хәким ҡыҙы бер ҡасан да бер урында ғына тормай, даими рәүештә яңы технологияларҙы һәм методикаларҙы өйрәнә, мәғариф өлкәһендәге фәнни асыштарҙы һәм яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара.
— Үҙ-үҙен камиллаштырыуға ынтылыш, методика базаһын даими рәүештә байытыу һәм заманса технологиялар ҡулланыу — былар барыһы ла Венера Хәким ҡыҙына хас. Ул абруйлы һәм оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы. Талапсан, ғәҙел һәм изге күңелле булыуы менән айырылып тора. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Бар яҡлап та булдыҡлы уҡытыусы, — ти хеҙмәттәштәре уның тураһында.
Уҡытыусы үҙенең эшендә иң ҡатлаулыһы тип уҡыусыларҙы имтихандарға һәм олимпиадаларға әҙерләүҙе атай.
— Беҙ үҙгәрештәр донъяһында йәшәйбеҙ. Һәр өлкәлә яңылыҡтар индерелеп кенә тора. Айырыуса был Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡағыла. Уларҙы тапшырыу талаптары йылдан-йыл ҡәтғиләнә бара. Әҙерләнеүҙе алдан башларға кәрәк. Быны балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә аңларға тейеш. Күберәк балл йыйған осраҡта юғары уҡыу йорттарына инеү еңелерәк булыуы тураһында барыбыҙ ҙа белә, — ти Венера Хәким ҡыҙы.
Венера Хәким ҡыҙының уҡыусылары быйыл да Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы.Төп дәүләт имтиханын тапшырыусылар араһында Айнур Мөхәммәҙиев иң юғары балл йыйған. БДИ нәтижәләре лә ҡыуаныслы. Уны 23 уҡыусы тапшырҙы һәм барыһы ла 60 балдан юғарыраҡ һөҙөмтәгә иреште. Улар араһында Ләйсән Сәфетдинова — 81, Илназ Әхмәтов — 83, Артемий Ғәлимов 93 балға яҙған мөһим һынауҙы.
— Уҡыусыларымдың шундай һөҙөмтәләр күрһәтеүенә сикһеҙ шатмын. Уларҙың күрһәткестәре — минең ғорурлыҡ, тиһәм дә яңылыш булмаҫ, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша тәжрибәле уҡытыусы.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.