Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
2 Октябрь 2022, 09:00

Туған телдәр яҡлауға һәм үҫтереүгә мохтаж

Мишкә 2-се мәктәбендә асыласаҡ полилингваль мәктәп мари телен өйрәнеү буйынса илебеҙҙә беренсеһе буласаҡ

Туған телдәр яҡлауға һәм үҫтереүгә мохтаж
Туған телдәр яҡлауға һәм үҫтереүгә мохтаж

— Салауат Мөхәммәт улы, форумда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин: “Был форумды полилингваль белем биреү системаһын үҫтереүгә этәргес биргән, уның таяныу нөктәһе булған сара тип әйтергә мөмкин”, тигәйне. Һеҙ уның менән килешәһегеҙме? Саранан ниндәй тәьҫораттар алып ҡайттығыҙ?
— Форумдан бай тәьҫораттар менән ҡайттым. Сара юғары кимәлдә ойошторолған. Милли мәғарифҡа иғтибарҙың артыуы шатландыра. Форумда полилингваль белем биреүгә айырым иғтибар бүленде. Полилингваль мәктәптәр булдырыу республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләттәрҙең туған телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында асыла һәм был дөрөҫ тә.
— Ә ни өсөн тап һеҙҙең мәктәп мари теле буйынса полилингваль тип билдәләнгән?
— Мишкә 2-се урта мәктәбендә милли телдәрҙе уҡытыуға ҙур иғтибар бирелә. Белем усаҡтарында башҡорт, татар, мари телдәрен уҡытыу ойошторолған. Телдәр буйынса күп кенә уңыштарыбыҙ бар. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Хәсәнова “Иң яҡшы полилингваль дәрес “Дәрес.ru” республика конкурсының лауреаты булды. Шулай уҡ ул “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара һөнәри конкурсында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Лилиә Мәүлит ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Мари теленән дә уңыштарыбыҙ байтаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың беҙҙең мәктәпте мари телен өйрәнеү буйынса профилле итеп үҙгәртеү тәҡдимен шатланып ҡабул иттек. Был бит уҡытыуға яңы ҡараш, яңы мөмкинлектәр аса.
— Белеүебеҙсә, был Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә мари телен өйрәнеү буйынса тәүге полилингваль мәктәп буласаҡ.
— Эйе, дөрөҫ. Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа дүрт полилингваль мәктәп эшләп килә. Ә мари телен өйрәнеү буйынса профилле мәктәп илебеҙҙә – беренсе. Шуға күрә лә яуаплылыҡ ҙур. Мәктәпте төҙөү мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ҡаралды.  Унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте вәкилдәре, Мәғариф һәм фән, Финанс,  Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтары  етәкселәре,  район хакимиәттәре, республиканың “Эрвел-Марий” милли-мәҙәни автономияһы” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Мәктәбебеҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Планда төкәтмә төҙөү, бинаны капиталь ремонтлау, заманса уҡыу ҡорамалдары, кадрҙар һәм уҡыу-методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү ҡаралған.
— Полилингваль уҡытыуға тулыһынса күсеү ҡасанға планлаштырылған?

— Мәктәптең 2025-2026 уҡыу йылында тулыһынса полилингваль уҡытыуға күсеүе күҙ уңында тотола. Әлеге ваҡытта документтар, полилингваль уҡытыуҙың концепцияһын, уҡыу пландарының проекттарын төҙөү өсөн ижади эш төркөмө булдырылған. Полилингваль уҡытыуға күсеү дүрт этапта башҡарыла. Беренсеһе быйылғы уҡыу йылынан башланды. Бында мари теле менән танышыу, уҡыу фәндәренә яйлап мари, инглиз телендә терминдарҙың тәржемәһен индереү ҡаралған. Икенсе этапҡа инеү 2023-2024 уҡыу йылына планлаштырылған. Бында уҡыусыларҙы тел мөхитенә индереү, Мари иле Республикаһы уҡыусылары менән бәйләнеш тотоу күҙаллана. 2024-2025 уҡыу йылы – өсөнсө этап. Бында тел материалын камиллаштырыу, системаға һалыу планлаштырыла. Һәм һуңғыһы, дүртенсе этапта, 2025-2026 уҡыу йылында полилингваль уҡытыуҙы башланғыс, төп һәм урта дөйөм белем биреү кимәлдәренә индереү ҡаралған.
— Тимәк, быйылғы уҡыу йылынан полилингваль уҡытыуға күсеү башлана?
— Эйе. Быйылғы уҡыу йылының проекты буйынса 1-се кластарҙа инглиз, туған телдәр уҡытыу ойошторолған. Айырым кластарҙа математика, һынлы сәнғәт дәрестәре — рус һәм инглиз телдәрендә, тирә-яҡты өйрәнеү, физик культура дәрестәре рус һәм мари телдәрендә уҡытыла башланы. Бишенсе кластан профиль информатика, һынлы сәнғәт дәрестәре — рус һәм инглиз телдәрендә, география, технология дәрестәре мари һәм рус телдәрендә алып барыла. Уҡыусыларҙы тел мөхитенә индереү өсөн мәктәптә мари, инглиз телдәрендә театр түңәрәктәре эшләй башлаясаҡ.
— Полилингваль уҡытыуҙы ойоштороу өсөн дәреслектәр хәле нисек?
— Был проблема асыҡ. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә үткән кәңәшмәлә уҡыу-методик ҡулланмалар, дәреслектәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Мари Иле Республикаһы менән бәйләнеш тотасаҡбыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ был юҫыҡта эш башланы ла инде. Мәҫәлән, Лилиә Хәсәнова полилингваль мәктәптәр өсөн төрлө һүҙҙәрҙе башҡорт, мари, инглиз телдәрендә яҡшыраҡ һәм тиҙерәк иҫтә ҡалдырыу өсөн карточкалар эшләй башлаған. Уның эше Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан яҡшы баһа алған.
— Әйткәндәй, Мари Иле Республикаһы менән бәйләнешегеҙ бармы?
— Әлбиттә. Үткән уҡыу йылының 28–30 сентябрендә Башҡортостан делегацияһы Мари Илендә булды. Делегация составында беҙҙең мәктәп вәкилдәре лә барҙы. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты һәм Мари мәғариф институты, Мишкәнең 2-се һәм Мари Илендәге Үрге Ушнур  урта мәктәптәре араһында килешеүҙәр төҙөлдө.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Мишкә районында асыласаҡ полилингваль мәктәп мари телен өйрәнеү буйынса республикала ғына түгел, Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә булыр, тип ышанабыҙ. Һеҙгә яңынан-яңы уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!


Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.

Туған телдәр яҡлауға һәм үҫтереүгә мохтаж
Туған телдәр яҡлауға һәм үҫтереүгә мохтаж
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: