Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
2 Август 2022, 15:37

Бай тарихлы ауыл

Балтас районы Йәкүнә ауылына нигеҙ һалыныуына 350 йыл уңайынан байрам үтте.

Бай тарихлы ауыл
Бай тарихлы ауыл

Алып барыусылар Надежда Беляева менән Руслан Халиков сараны асып, тәүге һүҙ ҡарт Иван Байдуганович Айметовҡа бирелде. Ул әруахтар рухына аят уҡып, ил-көн именлеге, һәр береһенең баш-күҙ сәләмәтлеге, именлеге өсөн изге ниәттәрен еткерҙе.
Байрамдың иң күңелле өлөшө шулай ҙа бүләкләү тантанаһы булғандыр.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, мәртәбәле ҡунаҡ - Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм «Эрвел Марий» Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры Плотников Радион Сергеевич, Яланғас ауыл биләмәһе башлығы Рәсих Ҡәҙим улы Ғәфурйәнов һәм Башҡортостан Республикаһы Балтас районының «Эрвел марий» мари автономиялы ойошмаһы рәйесе Әлфинә Ғлимйән ҡыҙы Алексеева сығыш яһап, ауыл байрамы менән ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын тәбрикләп, байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән иң әүҙемдәргә рәхмәт һүҙҙәре еткереп, Йәкүнә ауылына 350 йыл тулыу айҡанлы Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Майҙанда халыҡ уйындары һәм спорт бәйгеләре лә ойошторолғайны.
Байрам сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сара мари халҡының "арҡан үреү" бейеүе менән тамамланды.

 

Гөлназ Ғәлләмова.

Бай тарихлы ауыл
Бай тарихлы ауыл
Бай тарихлы ауыл
Бай тарихлы ауыл
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: