Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Декабрь , 11:21

Геройҙар эргәбеҙҙә йәшәй

Бөгөн, 9 декабрь, илебеҙҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан   яугир менән таныштырабыҙ.  

Геройҙар эргәбеҙҙә йәшәй
Геройҙар эргәбеҙҙә йәшәй

“Турист” позывнойлы өлкән сержант тыуған яғына икенсе ҡабат ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Алдымда мин мәктәп эскәмйәһенән белгән үҫмер түгел, ә өлкәнәйеп киткән, етди ҡарашлы егет ултыра. Эйе, ҡырыҫ хәрби тормошо ир-егеттәребеҙҙе ныҡ үҙгәртә, уларҙы Тыуған илен һаҡлаусы ысын көслө зат итә.

Камай урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, ул йыраҡҡа китмәй — Мишкә ауылындағы агросәнәғәт колледжына уҡырға инә. Унда белем алып, ташсы-иретеп йәбештереүсе белгеслегенә эйә була. 2018 йылдың июнендә хәрби хеҙмәткә алына, йыраҡ Хабаровскиҙа механик-водитель булып Ватан алдындағы бурысын үтәй. Аҙаҡ үҙен хәрби эштә һынап ҡарау өсөн контракт төҙөй. Йәш һалдаттарҙы хәрби машина йөрөтөү серҙәренә төшөндөрә, инструктор була. Ә махсус хәрби операция башланғас, частан барлыҡ егеттәр ҙә унда барырға теләк белдерә.
“Һеҙ һуғышты кинола ғына күргән егеттәрһегеҙ. Махсус хәрби операцияға барып эләккәс, ниндәй хис-тойғолар кисерҙегеҙ?” — тип һорайым “Турист” позывнойлы егеттән. “Был беҙҙең өсөн командировка кеүек ине. Беҙ ҡайҙа барғаныбыҙҙы белеп барҙыҡ”, — тип яуаплай яугир.
Ни өсөн “Турист” позывнойын алдығыҙ? — тип ҡыҙыҡһынам.
Позывной кәрәк ине, шуға шуны алдым. Мин турист кеүек бит инде, башта Хабаровскиҙы күрҙем, хәҙер Украинаны, — тип йылмая ул. — Оппускыға икенселәй ҡайттым. Башта өйҙә яраланғандан һуң булдым, бына тағы ла яҡындарымды күреү бәхете тейҙе.
Мин, әлбиттә, уның нисек яраланыуы тураһында һорай һалдым.
Беҙ тау башында ашап ултыра инек. Аңғармаҫтан һауанан тауыштар ишеттек, бер нимә лә эшләп өлгөрмәнек — снаряд килеп төшөп шартланы. Уның беҙҙән аҫтараҡ шартлауы беҙҙе ҡотҡарҙы, ярсыҡтарҙың күбеһе ер аҫтына китте, ә һигеҙе минең табанға эләкте. Яраланғас, шок хәлендә булаһың, башта ауыртыуҙы ла һиҙмәйһең. Шунда уҡ медиктар килеп етте, ауыртыуҙы баҫа торған укол ҡуйҙы, унан госпиталгә оҙаттылар. Питерҙа дауаландым, һуңынан шифаханала, табиптарға рәхмәт — аяҡҡа баҫтырҙылар, — тип һөйләй ул.
Дауаланғандан һәм тыуған яғында бер аҙ булғандан һуң, “Турист” үҙенең часына ҡайта. Жуков миҙалы менән бүләкләнә. 2024 йылдың мартынан йәнә махсус хәрби операция территорияһында хәрби бурысын үтәй.

Механик-водитель булараҡ һин нимә эшләйһең? Ҡурҡынысмы унда? — тип һорайым.
Минең бурысым сылбырлы тәгәрмәсле хәрби техниканың һәр саҡ төҙөк булыуында. Миңә бында колледжда алған һәм атайым өйрәткән иретеп йәбештереү эше буйынса ла белемдәрем кәрәк булды. Минән башҡа оператор-төҙәүсе лә бар. Беҙҙекеләргә ауыр булғанда, алға бара алмағанда, дошмандың иғтибарын йәлеп итер өсөн беҙҙе ебәрәләр. Ә ҡурҡырға унда ваҡыт юҡ. Тиҙ генә килеп етергә, бойороҡто үтәргә һәм китергә кәрәк. Беҙҙә ҙур яуаплылыҡ ята, уларҙың ғүмере беҙҙең хәрби оҫталыҡтан тора. Һәр саҡ бәйләнештә торорға кәрәк, дрон оҫҡанын күрһәң, тиҙерәк хәбәр итергә. Разведка отряды бер нисә көн эҙләй, ләкин беҙҙең техникалар ныҡ йәшеренгән. Маскировка селтәрҙәре үреп ебәргәндәргә ҙур рәхмәт әйтке килә, гуманитар ярҙамға ла рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең часҡа дин әһелдәре лә килә, беҙҙең өсөн доғалар уҡый, әсәйҙәребеҙ доғалары ла һаҡлап йөрөтә, — тип һөйләй “Турист”.
Мин күрешкәнгә тиклем сәғәттәрҙе, минуттарҙы һананым, — тип әңгәмәгә ҡушыла яугирҙың әсәһе Елизавета Васильевна. — Бер ағаһы ҡаршы алды, икенсеһе алып ҡайтты, бәхеткә, туғандар күп. Улым үҙгәргән, олпатланып, олоғайып киткән. Хәҙер был яҡшы күренә — донъяға ҡарашы ла икенсе. Беренсе ҡабат барғанда ундағы хәлдәрҙе бәлки яҡшылап аңлап та етмәгәндер. Башта мин иланым да иланым, тора-бара аҙыраҡ тынысландым. Үҙе ир-егеттәрсә ҡарар ҡабул иткән икән, ҡаршы төшөп булмай. Шуныһы ғына үкенесле, һалдат әсәһе булараҡ, миңә бер ташлама ла юҡ. Эш шунда, улым Башҡортостандан түгел, ә Хабаровскиҙан киткән өсөн. Улымды мин үҫтермәгән, хәрби хеҙмәткә оҙатмағанмынмы ни? Ул ошо ерҙә үҫмәгән тиерһең. Шулай буламы ул? — тип аптырай әсә кеше.


Елизавета Васильевнаға тормош иптәше Александр Егорович та ҡушыла: “Ундайҙар бит бер беҙ генә түгел. Әсәйҙәр йәл, улдары Тыуған ил өсөн көрәшә бит”, — ти ул.
Барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ. Ә “Турист” позывнойлы яугирға туғандары эргәһендә рәхәтләнеп ял итеүен, дошманды яңы көстәр менән нығыраҡ ҡыйратыу һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һаулығын нығытыуын теләйбеҙ. Мотлаҡ рәүештә иҫән-имен ҡайтырға һәм ысын турист булып тыныс тормошта донъя буйлап сәйәхәт итергә яҙһын.


Зәлиә Ғатина.
Мишкә районы.

Автор:
Читайте нас: