Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе әүҙем ҡатнаша. Бөгөн иһә урындағы мәҙәниәт усағына Иҫке Ҡаҙансы, Башҡортостан, Әлйәгеш, Урманкүл ауылдарынан да әүҙем халыҡ йыйылып, бергәләп мәж килеп, яугирҙарыбыҙға окоп шәмдәре әҙерләне.
“ Был изге эштә ауыл Советы депутаттары ла, ағинәйҙәр ҙә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ла, яугир ауылдашыбыҙҙың әсәһе , иң әүҙем ағинәйҙәребеҙҙең береһе Мөзәйнә апай Сафетдинова ла ҡатнашты. Халыҡтан йыйылған аҡсаға парафин алынды, ә консерваларҙы һәр кем алып килде. Эш ҡайнап тора, һәр кем изге теләктәрен теләй-теләй, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Иң мөһиме, махсус хәрби операция тамамланып, яугирҙарыбыҙ иҫән-имен тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтһын!” — тип хәбәр итте Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова.
Наилә Имаева.