Бөгөн, 15 февралдә, Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан биләмәһенән сығарылыуына 34 йыл тулды. Ошо уңайҙан кисә Иҫке Ҡаҙансы ауылында йылдағыса ҙур ойошҡанлыҡ менән тантаналы митинг һәм урындағы мәктәптә Батырлыҡ дәресе үтте. Сараны ауыл китапханасыһы ауыл Советы, мәктәп, мәҙәниәт усағы коллективы менән берлектә ойоштора.
"Еңеү паркында үткән митингыла Афған һуғышы ветераны Риф Тимерхан улы Ғафиев, Афған һәм Чечнялағылокаль бәрелештәрҙә, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең әсәләре, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл Советы вәкилдәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Ауылдың имам-хатибы аят уҡып, доға ҡылғас, нисек итеп локаль бәрелештәрҙән улдарын көтөп алыуҙары тураһында ата-әсәләр сығыш яһаны. Уларҙың телмәрен сараға йыйылыусылар күҙ йәштәре аша тыңланы. Ошо бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алғандан һуң, обелискыға һәм хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға веноктар һәм сәскәләр һалды.
Артабан сара Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә дауам итте. Бирелә Батырлыҡ дәресе бик матур ойошторолғайны. Уҡытыусылар уҡыусылар менән ныҡлы әҙерләнеп, ҡунаҡтарҙы - Афған һуғышы ветераны Риф Тимерхан улы Ғафиевты, батыр, ҡыйыу улдар тәрбиәләгән әсәләрҙе ихлас ҡаршы алып, түргә ултыртты. Уҡытыусылар Римма Хафиз ҡыҙы Нуриәхмәтова менән Регина Фларит ҡыҙы Нуретдинова Афған һуғышы, уның сиктәрендә булған хәрби операциялар, ошо ҡот осҡос фажиғаның күпме юғалтыуҙар килтереүен слайдтар ярҙамында бәйнә-бәйнә итеп һөйләп, барыһын да уйланырға мәжбүр итте. Уйланырлыҡ та шул: СССР ғәскәрҙәре был ил биләмәһендә 9 йыл 1 ай 19 көн була. Ҡот осҡос һуғыш бик күп юғалтыуҙар килтерә: 15 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була, 50 меңдән ашыуы йәрәхәтләнә, күптәре ғәрип булып ҡала. 500-гә яҡыны әсирлеккә алына. 1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла.
Ошо утлы ғәрәсәтте үткән яугир-интернационалист Риф Тимерхан улы үҙе күргәндәрҙе һөйләп, йәштәрҙе ҡыйыу, Тыуған илебеҙҙең ысын патриоты булып, уның тарихын өйрәнеп, батырҙарҙы белеп үҫергә саҡырҙы.
Улдары локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәләр ҙә күҙ йәштәре аша сығыш яһаны. Хәрби операция барған ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ, именлек урынлашып, ир-егеттәрҙең тиҙерәк тыуған ауылға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, уҡыусыларҙың аҡыллы, ҡыйыу, илһөйәр, белемле булыуҙарын теләне. Мин дә, үҙ сиратымда, яугир ауылдаштарым тураһында һөйләп үттем. Дәрес аҙағында уҡытыусылар барыһына ла рәхмәт белдереп, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан бергәләп мәктәп музейы эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Бирелә бай мәғлүмәт тупланған. Герой партаһында ла ултырып, тәьҫораттары менән бүлештеләр. Фотоға төштөк. Ошо фотоларҙы шунда уҡ эшләтеп һәм тағы ла осрашыу иҫтәлеге итеп мәктәп директоры Мансур Әлфрис улының мәктәп тарихы тураһында яҙған китабын да бүләк иттеләр. Мәктәп ашханаһында әҙерләнгән мул табын артында ҡунаҡтарҙың һәр береһе уй-кисерештәре, тәьҫораттары менән бүлеште, илһөйәрлек менән һуғарылған шундай сара ойошторғандары өсөн мәктәп коллективына рәхмәттәрен еткерҙе”, - тип һөйләне Гөлфинә апай Исламова һәм тағы бер тапҡыр барыһына ла рәхмәт белдерҙе, барлыҡ ир-егеттәрҙе яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән дә ҡотланы.
Наилә Имаева.
Гөлфинә Исламова фотолары.