Асҡындан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муллахан Нурисламов әле 107 йәштә. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Динис Йосопов әле Пермь крайы Чернушка ҡалаһында ҡыҙы тәрбиәһендә йәшәгән яугир менән күрешкән. Яҡташтарын күргән олатайҙың ҡыуанысы сикһеҙ булған. Ул үҙенең һуғыш юлы тураһында ла һөйләгән, бүләһенең улы менән “Катюша”ны ла йырлап ишеттергән, башҡортса йырҙарҙы ла иҫкә төшөргән.
"Тормошоғоҙ – йәш быуын өсөн өлгө. Һеҙ – тере тарих, ысынында, беҙҙең райондың ғына түгел, Пермь крайының, Бөтөн Рәсәйҙең ғорурлығы", - тигән ветеранға Динис Рәдис улы.
Муллахан Нурисламов Асҡындың Урманкүл ауылында ҙур крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғанда ни бары 16 көнлөк кенә була. Ата-әсәһе ҙур хужалыҡ тота. Атаһын фронтҡа алып киткәс, бәләкәс балалар тураһында хәстәрлек күреү, баҫыуҙа эшләү өлкәндәренең иңенә һалына. Һигеҙ йәшлек сағында Муллахан ололар менән бер рәттән эшкә йөрөй: аттарҙы, һыйырҙарҙы көтә, уларҙы көтөүлектәргә алып сыға.
Ата-әсәһе үҙҙәре уҡымағас, балаларының белем алыуҙарын бик теләй. Муллахан үҙе лә уҡыуға ынтыла. Ләкин мәктәпкә 12 йәшендә генә бара. Көн һайын бер нисә километр юл үтеп, ялан аяҡ, сабаталарҙа үҙ ауылынан күрше Иҫке Ҡаҙансыға йөрөй. "Беҙҙе күберәк яҙырға һәм уҡырға өйрәттеләр. Ул да ғәрәп телендә ине. Математиканан һандарҙы белә инем, ҡушырға өйрәндем. Уҡыуы бик ауыр була торғайны, кейергә кейем, ашарға аҙыҡ та булманы бит. Эшләргә, ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк. Шуға дүртенсе кластан һуң мәктәптән киттем", - ти ветеран.
Тиҙҙән “Ҡыҙыл партизан” колхозында эшләй башлай, кем генә булып хеҙмәт итергә тура килмәй уға!
1937 йылда уны армияға саҡыралар. Өс йыл Украинала Херсон ҡалаһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Тиҙҙән тыуған Урманкүленә ҡайта һәм йәнә колхозда эшкә егелә. Үҙ ғаиләһен ҡороу тураһында ла уйлай башлай. Баҫыуҙарҙа яңы тракторҙар, сәскестәр барлыҡҡа килә. Колхозсылар тырышып йорттар төҙөй. Балалар ҙа уҡыуға ынтыла. Иҫке Ҡаҙансы ауылында урта мәктәп барлыҡҡа килә.
1941 йылдың 22 июнендә сәсеү эштәрен уңышлы тамамлағандан һуң һабантуй уҙғаралар. Шул ваҡыт ауыл Советындағы радио аша фашистик Германияның илгә баҫып инеүе тураһында хәбәр яңғырай. Ҡатын-ҡыҙ шунда уҡ илаша башлай. Муллаханға ул ваҡытта 27 йәш була. Фронтҡа китеүселәрҙең тәүге исемлегенә ул да эләгә, теүәл бер айҙан һалдат эшелонында китеп тә бара. Ҡыҫҡа ваҡытлы сержант курстарын тамамлай. Аҙаҡ Ленинград фронтында һуғыша, уға блокада ваҡытында ҡаршы көстөң ут нөктәләрен иҫәпләп сығарыу кеүек етди бурыстар ҙа йөкмәтелә.
Үлем менән күҙгә-күҙ ҡарашҡан ваҡыттары аҙ булмай. Бер мәл Ленинград эргәһендә ҡамауға эләгә. Старшина һуғышсыларға бер кемдән дә ярҙам көтә алмауҙары, һуңғы һулышҡа, патронға тиклем көрәшергә, дошманға тере килеш бирелмәҫкә кәрәклеген әйтә. Яҡташыбыҙ яҡшы иптәштәргә юлыға. Тиҙҙән Совет ғәскрҙәре килеп етә һәм ҡамауҙы өҙәләр. Муллахан Нурисламов һуғышта һәр ваҡыт шуны хәтерләй – уны көтәләр һәм ул иҫән ҡалырға тейеш. Урманкүлдә лә еңелдән түгел икәнлеген яҡшы белә егет.
Был ваҡиғаларҙан һуң уны ике миҙал менән наградлайҙар – “Ленинградты обороналағаны өсөн” һәм “Батырлыҡ өсөн”. Ветерандың башҡа һуғыш наградалары ла бар, улар ҙа уның ҡыйыулығы, батырлығы тураһында һөйләй. Үҙенең яуҙағы дуҫтары тураһына ла күҙ йәшһеҙ генә һөйләй алмай ул. Һәр береһен исемләп иҫләй.
Ҙур һуғыш юлын үтеп, еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Күршеләге Фәйхүнә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алып, улар 60 йыл бергә ғүмер итәләр. Үкенескә күрә, ҡатыны хәҙер яҡты донъяла юҡ инде. Бергәләп улар ете бала үҫтерә. Хеҙмәт менән матур ғүмер юлы үтәләр. Әле бер нисә йыл элек ветеран баҡсала ла эшләй, ләкин йәш хәҙер үҙенекен итә. Еңеү көнөндә яугир илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡотлауҙарға күмелә: ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре һәм артабанғы вариҫтары төрлө тарафтарҙа ғүмер итә. Күптәре Еңеү һалдатын ҡайтып тәбрикләй.
Фото, видео: "Аскинская новь" гәзите сайты.