Бөйөк Ватан һуғышы театр сәнғәтендә киң йүнәлеш алып тора.
Артистар сағыу образдар аша тамашасыларға батыр егет, тырыш тыл хеҙмәтсәнен, тол ҡатынды, етем баланы, оҫта етәксене һәм башҡаларҙы еткерә алыуға һәләтле. Был образдар, ғәҙәттә, ныҡлы илһөйәрлек менән һуғарылған була. Бағазы ауыл клубында ҡатнашҡан театраль коллектив та ауылдаштарына һуғыш тураһында тап бына шундай эстәлекле драма әҙерләне. Улар Фуат Саҙриевтың “Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары” исемле спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы.
Сәхнәләге ваҡиғалар тамашасыны ҡанлы һуғыш ваҡиғаларына, ул йылдарҙағы ауыл тормошона алып инеп китә. Донъяла ниндәй генә ғәрәсәт булмаһын, кеше ниндәй генә шарттарҙа ҡалмаһын, уға йәшәргә көс биреүсе, ауырлыҡтарҙы еңергә егәрлек өҫтәүсе хис – мөхәббәт йәшәй. Бында ла тамашасы Хәйретдин, Зәйнәп, Ғәзиз өсмөйөшөн күҙәтте. Тәүгеһенә Зәйнәп “һөйәм” тигән була, әйтмәҫ ине, ул – колхоз рәйесе, ҡыҙ иһә мәктәпте яңы тамамлаған, әсәһе ауырып түшәккә йығылған, яғырға утыны булмай. Тора-бара Зәйнәп Хәйретдинде яратмағанлығын аңлай. Ул шашырҙай булып Ғәзизде һөйә икән. Тик ҡыҙға һөйгәнен һуғышҡа оҙатырға тура килә. Ләкин йәш йөрәктәрҙең араһын яуыз уйлылар боҙоп ҡуя. Фронтта Ғәзизе ауылдан Зәйнәптең уға булған хыянаты тураһында хәбәр ала һәм һөйгәнен ғәйепләп хат яҙа. Зәйнәбе был хатты ауыр кисерә, хатта зиһене буталып, дауаханаға эләгә. Һуғыш бөткәс , Ғәзиз һөйгәнен алырға ҡайта, тик ҡыҙ уны кисерә алмай, ә мөхәббәте йөрәк яраһы булып уны ғүмере буйы оҙата килә.
Бына ошо мөхәббәт тарихын драма авторы һуғыш осорондағы ауыр тормош, ваҡиғалар, яҙмыштар менән шулай оҫта бәйләгән. Таң һарыһынан алып төнгә тиклем хәлдән тайғансы эшләгән ас-яланғас ҡатындар бер-береһенә ярҙамсылдар, Зәйнәпкә лә күҙ-ҡолаҡтар. Тылда эшләгән ҡатындарҙың бына ошо берҙәмлеген, ҡыйынлыҡтарға баш бирмәүен Бағазы артистары оҫта сағылдыра алды.
- Спектаклдәге ваҡиғалар нисек кенә күңелемде яулап алмаһын, мин һәр саҡ төрлө ситуацияның тамашасыға нисек тәьҫир итеүен күҙәтергә тырышам. Тамашасы сәхнәне шундай бирелеп ҡараны, залда шылт иткән тауыш та ишетелмәне. Хатта тын алмайынса унда барған ваҡиғалар эсендә йәшәне. Ара-тирә мышыҡ-мышыҡ илаған тауыштар ғына ишетелде. Тамашасы рәхәтләнеп ҡараны, көлдө лә, иланы ла, - ти клуб методисы Рәмзилә Йыһаншина.
Ролдәрҙе Эльмира Ғабдуллина, Мөсәғит Хәйҙәров, Алик Әхтәмов, Сулпан Йыһаншина, Фәйрүзә Зыязетдинова, Рәфиә Риянова, Лидия Выдрина, Нәзифә Карамова, Рәмзилә Йыһаншина, Әнисә Хәйҙәрова матур итеп башҡарҙы, улар әҫәрҙең бөтә тәрәнлеген асып һалып, күңелдәргә үтеп инерлек образдар ижад итте. Афарин, тибеҙ, үҙешмәкәр артистарыбыҙға.
Гөлнара Солтанова.