Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Был ҡот оcҡос һуғыштың иң сағыу, иң аяныслы мәлдәре унда ҡатнашҡан яугирҙар күңелендә мәңгелеккә һаҡлана. Бынан бер нисә йыл элек фронтовик Михаил Васильевич Комаров туғандары ярҙамы менән “Эх, дороги” тип аталған иҫтәлектәр һәм шиғырҙар йыйынтығы баҫтырған. Еңеү көнө алдынан ошо китап биттәренә байҡау яһайбыҙ.
“Белоруссия, Литва аша Кенигсбергка барып еттек. 8 апрелдә иртәнге 11 сәғәттә атыш башланды. Иртәгәһенә кискә табан ҡаланы алдыҡ... Күләмле атаканан һуң тағы ла бер нисә көн дауамында ҡаланан фашистарҙы юҡ иттек. Беҙгә операция алып барылған участкалар менән ике-өс километрға элемтәне көйләргә тигән маҡсат ҡуйылды. Эште еңеләйтер өсөн ике иптәшем менән аҙашып йөрөгән атты тотоп ектек. Кискә билдәләнгән барлыҡ пункттар менән элемтә булдырылды.
Подвалдарҙа йәшеренеп ҡалған фристарҙы тотоу менән шөғөлләндек. Лейтенант етәкселегендә өс һалдаттан торған төркөмдө подвалдарҙы таҙартырға ебәрҙеләр. Уларҙың береһендә беҙгә ут астылар. Беҙ ярҙам саҡырттыҡ. Унан 20 ҡоралланған немецты әсирлеккә алдыҡ.
Шулай бер саҡ бишәүләп киттек. Беҙҙең лейтенант йәш ине, минән ике йәшкә генә олораҡ, подвалға беренсе инеп китте һәм шул саҡта автоматтан ут астылар. Ул һуғышты башынан аҙағына тиклем үтә, ә бында Еңеүгә нисә көн генә ҡалғанда, фашист пуляһынан үлеп ята. Беҙ ярҙам саҡыртып подвалдағы дошмандарҙы ҡулға алдыҡ, әлбиттә. Улар 30-лап ине, үлгеләре килмәне, әсирлеккә төштөләр.
Дүрт көнгә 500-ҙән ашыу фашисты тоттоҡ, ләкин үҙебеҙҙекеләрҙе лә аҙ юғалтманыҡ. Иҫемдә, ҡалаға яҡын килгән саҡта, ерҙә һалдаттар мәйетен күрҙек. Яҙ көнө булғас, ҡар ирей, көн эҫе ине, беҙҙең тамаҡ кипте. Алдараҡ йыйылып ятҡан һыуҙы күрҙек. Барып етеп һыу алырға тип эйелгәйнек, унда мәйеттәр күренеп ята. Бик ҡурҡыныс булып китте. Унда күргәндәрҙе оноторлоҡ түгел. Хәрби бурысты үтәгән өсөн беҙҙең полкка “Кенигсберг” исеме бирелде...
2 майҙа кисен үҙебеҙҙең көс менән ойошторолған концерт ҡараныҡ. Уның аҙағына табан беҙҙең тирәлә атыш тауыштары ишетелә һәм күрше частарҙа салют ата башланы. Һуңыраҡ аңланыҡ, беҙҙең ғәскәрҙәр Берлинды алған икән. 9 майҙа Германия ғәскәрҙәре үҙҙәренең еңелеүен белдерҙе...
18 майҙа урмандағы урыныбыҙҙан киттек. Ләкин тыныс йәшәргә форсат теймәне әле. Урындағы халыҡҡа ҡурҡыныс янаған немец бандиттарын юҡ итергә кәрәк ине. 9 июндә беҙҙең полк Литваға сығып, ундағы бандиттарҙы юҡ итергә тигән бойороҡ алды. Ләкин мине һәм сержант Володинды урындағы милекте һаҡларға ҡалдырҙылар.
Японияны алғандан һуң линия һағында телефонсы булып хеҙмәт иттем. Үҙ аллы СТ-35 (яҙыу машинкаһы) аппаратында эшләргә өйрәндем. 1949 йылдың апреленән телеграфсы хеҙмәтенә күстем. Икенсе класҡа имтихан бирҙем. Элемтәнең ремонт-төҙөлөш бүлеге командиры булып эшләнем. Сик һағы объекттары буйлап бағаналар ултыртып, сымлы элемтә һуҙҙыҡ”.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Васильевич “Кенигсбергты алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Ул өйөнә 1950 йылдың сентябрендә генә ҡайта. Аҙаҡ Бөрө элемтә контораһында участка ҡараусыһы булып эшләй. Үҙ иҫәбенә сәнәғәт бухгалтеры курсын тамамлай. Ата-әсәһе бының өсөн һарығын һата.
Михаил Комаров Бөрө балыҡ заводына хисапсы булараҡ эшкә урынлаша. Һуңыраҡ Благовещен районында балыҡ питомнигына өлкән бухгалтер итеп тәғәйенләнә. Эште төптәнерәк, тиҙерәк үҙләштерер өсөн кистәрен иҫке документтарҙы өйрәнә.
— Шулай башланды минең тыныс тормоштағы хеҙмәт юлым, — тип һөйләүен тамамланы Михаил Васильевич.
Ольга ПЛАТОНОВА.
Фото архивтан.