Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
9 Май 2022, 09:00

96 йәшлек яугир-ветеран

77-се Еңеү яҙын изге доғалар менән ҡаршылай

96 йәшлек яугир-ветеран
96 йәшлек яугир-ветеран

Ҡариҙел районында утты-һыуҙы кискән өс ветеран йәшәй. Уларҙың береһе — Шамрат ауылында ғүмер итеүсе Сәйетхан Шәйхинислам улы Шәйхинисламов.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1925 йылдың 2 авгусында Шамрат ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Туған мәктәбендә алты класс тамамлай ул. Һуғышҡа тиклем үҙ ауылындағы “Марс” колхозында эшләй. 1943 йылда Сәйетхан Шәйхинислам улы Ҡыҙыл Армия сафына алына. Тәүҙә Алкин уҡсылар полкында уҡый. Унан һуң Свердловск ҡалаһында 39-сы танк полкында һуғыш ҡоралдарын ҡораусы һөнәрен үҙләштерә.
— Мин һуғышта 27-се танк һәм үҙйөрөшлө техника полкы составында һуғыш ҡоралдарын ҡораусы булып ҡатнаштым, — тип иҫкә ала дәһшәтле йылдарҙы ветеран. – Венгрия, Румыния, Чехословакия илдәрен немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә минең дә өлөшөм бар. Австрияла 98-се айырым танк батальонында һуғыштым, — тип дауам итә һүҙен Сәйетхан Шәйхинислам улы.
Яугир танкист 1945 йылдың Еңеү көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай. Быға тиклем ул үҙйөрөшлө танк полкында взвод командиры була. Һуғыш тамамланғас та Сәйетхан Шәйхинислам улы тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай әле. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәтен дауам итә. 1949 йылда дивизиялағы партия мәктәбен тамамлай. Тыуған Шамратына 1952 йылда ғына старшина званиеһында ҡайтып төшә. Йырҙарҙа данланған йәмле Йүрүҙән буйында тыуып-үҫкән яугирыбыҙҙы яҙмыш елдәре Иванов өлкәһенең Юрьевец ҡалаһына алып килә. Бында Сәйетхан Шәйхинислам улы суднолар йөрөтөүсе һәм суднолар механигы һөнәренә уҡып, ҡулына ҡыҙыл диплом ала. Белгесебеҙ яңынан тыуған ауылына ҡайтып, төрлө өлкәлә эшләй. Уның хеҙмәт кенәгәһенә механизатор, водитель, механик-моторсы, катер йөрөтөүсе кеүек һөнәрҙәре теркәлгән. 1985 йылда хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше Сабира апай менән биш балаға ғүмер биргән ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләл ефете 1997 йылда баҡыйлыҡҡа күскән. Шунан бирле Сәйетхан Шәйхинислам улы ғәзиз балалары тәрбиәһендә. Әле уның 12 ейән-ейәнсәре, 19 бүлә-бүләсәре бар. Утты-һыуҙы кискән, һуғыш ғазаптарын кисергән ветераныбыҙ балаларын һәр саҡ тормошто һөйөргә, ғүмерҙең һәр бер сәғәте-минутының ҡәҙерен белергә, илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итергә, кешеләргә тик хөрмәт һәм мибырбанлыҡ менән ҡарарға өйрәтә.
Сәйетхан Шәйхинислам улынан хәтерендә ныҡ һаҡланып ҡалған берәй ваҡиға тураһында һөйләүен үтенгәс, хәтер йомғағын бына нисек һүтте ул.
— 1946 йылдың июнь аҙағы, йә июль башы булһа кәрәк, беҙ, бер төркөм һалдаттар, тыуған яҡҡа ҡайтырға фарман алдыҡ. Венгрияның Капошвар ҡалаһы тимер юл вокзалына килеп еттек. Йыраҡ булмаған ағаслыҡ араһына урынлаштырҙылар. Төнгөлөккә мине САУ-100 үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһын һаҡларға посҡа ҡуйҙылар. Төн уртаһы еткәс, мин үҙемдән алыҫ түгел ҡыштырлау ишеттем. Шул яҡҡа табан пулеметтан ҡыҫҡа ғына очередь бирҙем. Икенсе яҡта бер баш үтеп киткәне күҙгә салынды. Ул яҡҡа ла ҡоралымды йүнәлтеп, бер аҙ теҙмә бирҙем. Артабан тынлыҡ урынлашты, хәүеф-хәтәр үтте ахыры, тип еңел һуланым. Иртә менән мине ҡарауылдан алдылар. Иптәштәрем янына килһәм, бер дошман һалдаты кәүҙәһе ята. Теҙелеп ҡуйылған 42 САУ-100 үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы өҫтөндә брезентҡа төрөнөп, дүртәр һалдат йоҡлаған. Улар ҙа, бер аҙ арыраҡ 21 ИС-3 танкы янында көнө буйы маршта килгән һалдаттарҙың да береһе лә уянманы. Төндә мин утты-һыуҙы кисеп, тыуған яҡтарына ҡайтырға өмөтләнгән яугирҙарымдың ғүмерен үлемдән һаҡлап ҡалғанмын. Шул көндө тимер юлға эшелондар килде, беҙ тейәлеп, тыуған төйәгебеҙгә ашыҡтыҡ, — тип тамамланы һүҙен Сәйетхан Шәйхинислам улы.
Бөгөн сит тарафтарҙа барған ваҡиғалар менән ветераныбыҙ хәбәрҙар. Шуға ла ер-һыуыбыҙҙы, илебеҙҙе дошман аяғы башҡаса баҫмаһын ине, тип теләй 77-се Еңеү яҙын ҡаршылаусы танкист яҡташыбыҙ – старшина Шәйхинисламов. Сәләмәт тормош алып барған, ислам дине ҡушҡанды үтәп йәшәгән оло хөрмәткә лайыҡ ветераныбыҙ йәйен 97 йәшен тултырасаҡ, Алла бирһә. Бар уҡыған доғалары ҡабул булып, Хоҙай биргән ғүмерен изге сәғәттәрҙә балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре хөрмәтендә үткәрһен Сәйетхан Шәйхинислам улы!


Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.

96 йәшлек яугир-ветеран
96 йәшлек яугир-ветеран
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: