Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
8 Май 2022, 08:30

Яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды

Баҡалы ауылы үткәндәргә һаҡсыл ҡарашта. Ошо көндәрҙә бирелә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың, Еңеү менән ҡайтып, тән һәм йән яралары һыҙлауын хеҙмәт менән еңеп ауылды күтәргән, лайыҡлы ғүмер кисереп бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштар иҫтәлеген мәңгеләштереп, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” сиктәрендә обелиск асылды.

Яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды
Яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды

Бөйөк Ватан һуғышына 145 ир-егетен оҙата Баҡалы ауылы. Шуларҙың 72-һе Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, 73-ө мәңгелеккә яу ҡырҙарында ятып ҡала. Кәшкәләү ауыл биләмәһе башлығы Дамир Әхмәтов белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһенә ҡараған һигеҙ ауылдың бишеһендә ошондай обелиск, таҡтаташтар асылған.
Тантанала район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, ошо ауылда тыуып-үҫеп ситтә йәшәгәндәр ҡатнашты. Ҡунаҡтар үткәндәрҙе онотмай йәш быуынға еткереү өҫтөндә эшләгән баҡалыларҙың тырышлығын баһаланы, изге эште башлап йөрөүсе Флүн Биктиев, Илнур Ғилметдинов, шулай уҡ Иҙрис Лотфуллин, Хәмитйән Ғилуанов һәм башҡаларҙың хеҙмәтен билдәләп үтте һәм рәхмәт белдерҙе. Сығыш яһаусылар иҫтәлекле урынды киләсәктә бергәләп тәрбиәләп торорға саҡырҙы.
Сара Кәшкәләү ауыл мәҙәниәт йортоноң “Шатлыҡ” йыр ансамбле, Йынан Исламова һәм Флүн Биктиевтың һуғыш темаһына бағышланған йырҙары менән үрелеп барҙы. Ә мәктәп уҡыусыларының “Синий платочек” бейеүе байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Концерт программаһын Сәүихана Солтанова күңелдәргә үтеп инерлек һүҙҙәр менән оҫта итеп алып барҙы.
Был һәйкәл асыу ғына түгел, ғорурланырлыҡ үткәнебеҙгә йылдар үткәс бағыу, тарихыбыҙҙы барлау, яу ҡырҙарында ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙ алдында башыбыҙҙы эйеп, беҙгә бүләк ителгән тыныс тормош өсөн тәрән рәхмәтебеҙҙе белдереү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу сараһы ла булды.
Донъяла йәшәүсе барлыҡ кешенең теләге бер — Тыуған илдә тыныслыҡ булһын! Именлек яулаусыларға мәңгелек дан һәм хөрмәт! Уларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ. Беҙҙең бурыс — халыҡтың һуғыш йылдарындағы батырлығын онотмайынса киләсәк быуындарға тапшырыу.

 


Гөлназ Хужина.

Яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды
Яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: