Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
7 Май 2022, 11:00

Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде

Илебеҙҙе фашистарҙан ҡотҡарған ветерандарыбыҙға рәхмәтебеҙ сикһеҙ  

Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең Муса Гәрәев исемендәге дружина пионерҙары — йәш тимурсылар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхнәф Мазһар улы Мазһаровҡа булышырға барҙы.
“Осҡон” отряды тимурсылары ветерандың йорт тирәһен кипкән япраҡ һәм үләндәрҙән таҙартырға, сәскәләр түтәлен тәртипкә килтерергә ярҙам итте. Ветерандың тормош иптәше Рәйнә Ғатуф ҡыҙы эш араһында уҡыусылар менән әңгәмә ҡорҙо, үҙе лә уҡытыусы булараҡ, уларҙың уңыштары, уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынды.
Әхнәф ағай Мазһаров — Берлинға тиклем һуғыш юлы үткән яугир. Йәшлегенең иң матур осоро — ете йыл ғүмере Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүгә, илебеҙ, халҡыбыҙ, Көнсығыш Европа азатлығы өсөн көрәшкә бағышланған. 10-сы класта уҡыған сағында, 1944 йылдың ғинуарында, тарих дәресен бүлеп, 17 йәшлек Әхнәф Мазһаровҡа фронтҡа китергә повестка тапшырыла. Ул 1-се Белоруссия фронты 69-сы уҡсылар армияһы 11-се айырым элемтә полкы 284-се айырым батальон составында Белоруссияны, Польшаны фашистарҙан ҡотҡарыу һәм дошманды үҙ “өңөндә” тар-мар итеү буйынса бер нисә хәрби операцияла ҡатнаша. Элемтәсе була ул. Яугирҙың күкрәген миҙалдар биҙәй, ғаилә архивында командованиеның Рәхмәт хаттары һаҡлана.
Әхнәф Мазһаров — РСФСР мәғарифы алдынғыһы, Балтас районының почетлы гражданы, балаларға, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә ҙур көс һалған шәхес. Ул әлеге көнгә тиклем шиғырҙар, поэмалар ижад итә, китаптар баҫтыра. Уның әҫәрҙәре Тыуған илебеҙгә һөйөү хисе менән һуғарылған, һәр береһе Бөйөк Ватан һуғышы тарихы, халҡыбыҙ батырлығы, милләттәр дуҫлығы, тыуып-үҫкән ергә тоғролоҡ, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр кеүек мәңге көнүҙәк темаларға арналып, дәреслеккә тиң. Күптәренә матур көйҙәр яҙылған.
Әлеге ваҡытта Балтас районында биш Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Иҫке Балтаста бер генә — хөрмәтле Әхнәф Мазһар улы Мазһаров. Ул инде унынсы тиҫтәне ваҡлай, янында уның ныҡлы терәге, таянысы һәм фекерҙәше — Рәйнә Ғатуф ҡыҙы. Балалары йыш ҡайта, райондаштары килә. Йәштәр, уҡыусылар ветеран янында йыш була. Тимурсылар иһә ярҙам итеүҙән тыш, ветерандарҙың, тыл эшсәндәренең иҫтәлектәрен туплай, осрашыуҙар ойоштора, өлкәндәрҙе байрамдар менән ҡотлай. Был иғтибар — илебеҙҙе азат итеүсе ветерандарыбыҙға ихлас рәхмәт билдәһе.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Тимурсылар ветеранға ярҙамға килде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: