9 май байрамы алдынан «Күк сәскә» балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре Асҡын ауылының иҫтәлекле урындарында булды һәм һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.
— Экскурсия балаларҙы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәр, обелискылар менән таныштырыу, халыҡ хәтеренә һаҡсыл мөнәсәбәт, Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо. Сара балалар күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Ғәбитов Мирзалихан Ғәбит улының ҡыҙы менән фотоға төшөү мөмкинлеге булды, - тип һөйләне төркөм тәрбиәсеһе Флүзә Арысланғәли ҡыҙы.