9 Майҙа Өфөнөң Совет майҙанында республикабыҙҙың барлыҡ район һәм ҡалаларынан йыйылған тупраҡлы гильзаны легендар генералыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә һалып ҡалдырыу ҡаралған. Унда беҙҙең Ҡариҙел ере лә буласаҡ. Был тыныс тормош өсөн көрәшкән яуҙаштарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү һанала.
Район үҙәгенең Еңеү паркында “Ер хәтере” республика марафоны сиктәрендә матур, илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған күркәм сара уҙҙы. Махсус гильзаға республикабыҙҙың барлыҡ район һәм ҡалаларынан тупраҡ йыйылып, уны быйыл асыласаҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең нигеҙендә һалып ҡалдырыу ошо марафондың маҡсаты булып торҙо.
Һалдат каскаһына Ҡариҙел еренең ҡара тупрағын тултырыу тантанаһына ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, район үҙәге ойошмалары һәм хакимиәте вәкилдәре, уҡыусылар, ауыл халҡы йыйылды. Был мәртәбәле сараға район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин килеп, ялҡынлы телмәр тотто. “Ер хәтере” марафонын үткәреү хоҡуғы Афған һуғышы ветераны, яугир-интернационалист Хәкимйәнов Марат Шәрифйән улына һәм Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Нурзилә Динисламоваға, “йәш армиясы”сыларға бирелде. Бер минут тын ҡалып яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алғандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә обелискыға сәскәләр һалынды.
Гөлнара Солтанова.