Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 15:00

Иртәгә башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

Иртәгә, 23 апрелдә, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара мәғариф акцияһы уҙғарыла. Сара алдынан ойоштороусылар диктанттың символикаһын ҡулланып, социаль селтәрҙәр өсөн аватаркалар флешмобын башлап ебәрҙе: https://avatar.web-canape.ru/client?id=1256 .  

Иртәгә башҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Иртәгә башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Республика буйлан өҫтәмә 900 оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/  сайтында танышырға мөмкин.

2022 йылдың 23 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға  [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

Йыл һайын акция сиктәрендә иң бәләкәй һәм иң оло ҡатнашыусыны билдәләп китеү йолаһы бар. Ҡатнашыусыларҙы социаль селтәргә фото-видео һалып, аңлатмаһына исем-фамилия, йәшәгән районды һәм йәште яҙырға һорайбыҙ.  Мотлаҡ рәүештә #БашДиктант2022 хештегын ҡуйырға кәрәк.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Иртәгә башҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Иртәгә башҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Автор:
Читайте нас: