Бөтә яңылыҡтар

Туҡай һүҙҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраны

Өфө "Нур" татар дәүләт драма театрында йыл һайын үткәрелә торған "Туҡай моңдары" конкурс-фестиваленең йомғаҡлау этабы һәм бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 136 йыл тыуыуға арналған  саралар уҙҙы.

Туҡай һүҙҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраны
Туҡай һүҙҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраны

Конкурс-фестивалдең талабына ярашлы, бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен төрлө телдәрҙә башҡарыу ҡаралғайны. Быйылғы финалистар башҡорт, мари, татар, ҡытай, ғәрәп, таджик һәм башҡа барлығы 14 телдә  Ғабдулла Туҡайҙың классик әҫәрҙәре менән сығышы яһаны. Конкурсанттарҙың күплеге лә быйыл хайран ҡалдырҙы:  1500 уҡыусы ҡатнашып, 90-ы финалға үткән. Шулар араһында Ҡариҙел районының Иҫке Итҡусты төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Константин Губаев та бар ине. Ул Туҡайҙың билдәле “Шүрәле”һен мари телендә уҡып, "Туҡай моңдары" X республика  конкурс-фестиваленең еңеүсеһе тип табылды, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Уны был мәртәбәле бәйгегә уҡытыусыһы Аплекаева Дуся Павловна әҙерләгән. Яҡташтарыбыҙға “Афарин” тибеҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

Гөлнара Солтанова.

Туҡай һүҙҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраны
Туҡай һүҙҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраны
Туҡай һүҙҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраны
Туҡай һүҙҙәре төрлө телдәрҙә яңғыраны
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: