Бөтә яңылыҡтар

Йомортҡа ҡабығын йыйып бараһығыҙмы?

Уны биш төрлө ҡулланыу юлы.    Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

Йомортҡа ҡабығын йыйып бараһығыҙмы?
Йомортҡа ҡабығын йыйып бараһығыҙмы?

1. Бик һәйбәт ашлама ул, йәшелсәләр, ағас-ҡыуаҡтар өсөн - кальций. Баҡсасынан йомортҡаһы ҡабығын ваҡлап, һалып сығыу ғына талап ителә.

2. Унан тыш, тупраҡтың составын яҡшырта. 3. Йомортҡа онтағын ҡоротҡостарҙы бөтөрөү өсөн дә файҙаланырға була. Бының өсөн ваҡланған йомортҡа ҡабығын көнбағыш майы менән бутап ултыртырға. Бер аҙҙан ҡоротҡостарҙың үлеп бөткәнен күрерһегеҙ.

4. Өйөгөҙҙә йомортҡа ҡабығы күп икән, баҡсалағы барлыҡ емеш ағас-ҡыуаҡтарының төбөнә һалып сығығыҙ.

5. Йомортҡа ҡабығының онтағын помидор, борос һәм кәбеҫтәгә һалһаң, үҫешенә һәйбәт йоғонто яһай.

Тик быларҙы барыһы ла бешмәгән йомортҡа тышына ҡағыла.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-09/yomort-a-aby-yn-yyyyp-bara-y-y-my-3804018?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: