Бөтә яңылыҡтар

“Йондоҙло күк” буйлап – мауыҡтырғыс сәйәхәткә

Яңы уҡыу йылында Өфө планетарийы яңы программалар әҙерләй. 

“Йондоҙло күк” буйлап – мауыҡтырғыс сәйәхәткә
“Йондоҙло күк” буйлап – мауыҡтырғыс сәйәхәткә

15 программа мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн Ватаныбыҙ космонавтикаһының яңы биттәрен асыуға, Йыһанға осоу тарихын күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Йондоҙло күк йөҙө, планеталар һәм метеорҙар, ҡояш һәм ай тотолоуы, Ай, Марс, Венера панорамалары һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышыр килгән кешеләр.

Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, был сараларға “Мәҙәниәт“ милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Пушкин картаһы” буйынса барырға мөмкин.

Планетарийға йәштәр айырыуса күп килә. 2023 йыл башынан алып “Пушкин картаһы” буйынса программаларҙы өс меңдән ашыу кеше ҡараған.  

Өфө ҡала планетарийы 1964 йылда төҙөлгән. Башта ул Ғафури исемендәге паркҡа ингән. 1976 йылда үҙ-аллы учреждение булып китә. Бында астрономия һәм радиолокация түңәрәктәре эшләй, уларҙа ҡатнашыусылар бөтә союз олимпиадаларында еңеүҙәр яулай.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/552404#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2023-08-29/yondo-lo-k-k-buylap-mauy-tyr-ys-s-y-h-tk-3410060
Автор:
Читайте нас: