Сирек быуатлыҡ тарихында (Бөрйән районына иһә унан да күп – 27-се тапҡыр үтә) конкурста 5 меңгә яҡын уҡыусы сәсәнлектә һынау тотҡан. Ошо мәртәбәле конкурс иңдәренә илһам ҡанаттары ҡуйған, йөрәктәрендәге рух осҡонон ялҡын итеп дөрләткәндәр бөгөн республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡый, телебеҙ, рухыбыҙ һағында уяу тороп, төрлө тармаҡтарҙа эшләп йөрөй.
Үткән йылдарҙағы еңеүселәр исеменән Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты , конкурстың 2018 йылғы еңеүсеһе Гөлсәсәк Шәрипова ҡотлау һәм фатиха һүҙҙәре менән сығыш яһай.
Бына сәхнә түрен быйылғы конкурсанттар ала – рәхмәт уларға, тел бәҫен белеүүселәргә, рухыбыҙ һағында тороусы йәш сәсәндәргә!
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары В.Вәлиева конкурстың башланыу тарихы, рухыбыҙҙы уятыр сараны үткәреү йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалыусы бөрйәндәр, 27 йыл дауамында уның мәртәбәһе артыуы, географияһы киңәйеүе, конкурсанттарҙың төлө яҡлап үҫеүе хаҡында хаҡында матур тарих бәйән итә, район хакимиәте исеменән рәхмәт белдерә.
БР Башлығы хакимиәте йәмғиәттең сәйәси үҫеше идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире урынбаҫары Вәсилә Абдрахманова Республика Башлығының сәләмләү һүҙҙәрен еткерә.
“Самрау” халыҡ бейеү ансамбле“Бөрйәндә байрам” бейеүе менән сараға дәрт-йәм өҫтәп ебәрә.Алып барыусылар эпосыбыҙҙы һаҡлауға, киләсәк быуынға еткереүгә, йәш сәсәндәр мәктәбен тергеҙеүгә ҙур көс һалған ғалимдарыбыҙҙың, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исем-шәрифтәрен атай: Әхмәт Сөләймәнов, Гөлнар Юлдыбаева, Салауат Ғәлин, Ғәйнислам Ибраһимов, Артур Сурин, Әхмәт Дәүләтҡолов...
Улар инде беҙҙең арала юҡ, әммә ҡалдырған мираҫтары мәңгелек.
“Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә итеүсе, ғилми яҡтан өйрәнеүсе, оҙаҡ йылдар жюри составында эшләүсе Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премия, жюри ҡарары менән, Баймаҡ районы Темәс урта мәктәбе уҡыусыһы Разалия Ибраһимоваға тапшырыла.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов жюри ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшыра.
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Гөлфиә Янбаева жюри рәйесе Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдиноваға “ Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалын тапшыра.
Мәртәбәле конкурста ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларға республикабыҙ вуздары, ваҡытлы матбуғат саралары, йәмәғәт ойошмалары тарафынан әҙерләнгән махсус приздар тапшырыла.
Гөлфиә Янбаева Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта мәктәбе уҡыусыһы Алтынай Ишбаева, Силәбе өлкәһе Сосновка районы Сируси урта мәктәбе уҡыусыһы Зарина Фәләховаларға - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының приздарын, Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусыһы Зөлфиә Яхинаға, Краснокама районы Яңы Бура урта мәктәбе уҡыусыһы Илзидә Закаринаға, Өфө ҡалаһының 147-се мәктәбе уҡыусыһы Асҡар Маликовҡа, Өфө ҡалаһы М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡысыһы Мәҙинә Хәбибуллинаға, Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Нургизә Әбделмәноваларға “ Киске өфө” гәзитенең махсус приздарын тапшыра.
Илдус Ҡаһарманов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус приздарын Йылайыр районының Исҡужа башланғыс мәктәп-баҡса тәрбиәләнеүсеһе Йәмилә Яманғолова, Бөрйән районынан Айназ Ғиззәтуллинға, Ишембай районы Маҡар урта мәктәбенән Искәндәр Һиҙиәтовтарға тапшыра.
БР халыҡ ижады буйынса республика үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина башҡорт сәсәндәре сәнғәтен таратыуға тос өлөш индергән өсөн бер төркөм район-ҡалаларҙың мәктәп фольклор төркөмдәре етәкселәрен бүләкләне. Улар араһында беҙҙең район вәкиле – Иҫке Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Кинйәбулатова ла бар. Уға “ Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге”нең Рәхмәт хаты тапшырылды.
“Сәхнәләштереү” номинацияһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе ижади коллективтар ҙа билдәләнде.
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы” номинацияһында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, Бөрйән сығышлы Наҙгөл Ғәбитова еңеүсе булһа, “ Иң яҡшы ир-ат образы” номинацияһында Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов еңеүсе булды.
Призлы урындарға килгәндә, был тәңгәлдә лә бөрйәндәр һынатманы – Бөрйән районының иҫке Собханғол урта мәктәбе ижади коллективы Йылайыр районы Юлдыбай ауылының “ Ләйсән” балалар баҡсаһы ижади коллективы менән берлектә 1-се урын яуланы!
Беҙҙең егет-ҡыҙҙарҙың иҫ китмәле сығышынан һуң яңғыҙ башҡарыусыларҙы бүләкләүгә мөҙҙәт етте.
Төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге ғилми хеҙмәткәре, жюри рәйесе Н.Хөбөтдинова ҡотланы. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән Нияз Байегетов ( Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп), Рияз Ғилметдинов ( Тимер Йосопов ис.республика лицей-интернаты), Ибраһим Мөхәмәтшин ( Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы “ Сулпылар” балалар баҡсаһы – баланы үҫтереү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе), Данияр Бикбов ( Хәйбулла районының” Шатлыҡ” 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе”), Дилбәр Фәритова (Баймаҡ районының Сосновка мәктәбе уҡыусыһы), Зөлхизә Аманова ( Учалы районы Ураҙ ауылы Талха Ғиниәтуллин ис. лицей уҡыусыһы), Айсар Әхмәтшин ( Әбйәлил районы “ Красная Башкирия”ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы), Алина Шәйбәкова ( Туймазы ҡалаһы 7-се урта мәктәп уҡыусыһы).
Конкурсты интернет селтәрҙәрендә яҡтыртып барыусылар араһында “ Мин – блогер” исемле конкурс иғлан ителеп, уларҙың еңеүселәре лә билдәләнде. Бөрйән районынан да бар йәш блогерҙар – “ Баласаҡ навигаторҙары”.
Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар араһында призлы урындар яулаусылар: Ләйлә Тимерғәлиева (Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж студенты), Илһам Рәхимов ( Ғафури районы Сәйетбаба ауылы Жәлил Кейекбаев ис. урта мәктәп уҡыусыһы), Әҙилә Әминева ( Баймаҡ ҡалаһы “ Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе) – 3-сө урында; Миләүшә Дусиева (Баҡалы районы Мостафа ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы), Яҙгөл Хәйруллина (Ишембай районы Әхмәтзәки Вәлиди ис. 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы), Аида Йомағужина ( Тимер Йосопов ис.республика лицей-интернаты уҡыусыһы) – 2-се урында; Регина Ғәлиева (Белорет районы Яныбай Хамматов ис.башҡорт гимназияһы уҡыусыһы), Розалия Буранова( Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы), Исмәғил Йыһануров ( Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусыһы) – 1-се урында!
Еңеүселәр Мәғәариф һәм фән министрлығының дипломы, туристик юллама менән бүләкләнде.
Бына, ниһайәт, 25-се юбилей конкурсының абсолют еңеүсеһенең исем-шәрифе яңғырай.
БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева тылсымлы конвертты аса – унда еңеүсе исеме – республика инженер лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Рәзинә Шахморатова!
Рәзинә Шахморатова, еңеүсе сүрәтендә, йәш сәсәндәр ҡорона үҙенең теләктәрен еткерә: “ Рухташтар, бәйгеселәр, ошо мәртәбәле конкурста еңеүемә сикһеҙ шатмын. Иң ҙур рәхмәтем – әсәйемә, күпме ваҡытын минең өсөн сарыф итеп, конкурсҡа әҙерләне. Был конкурста 1-се кластан ҡатнашам. “Урал батыр” эпосын ятлап, тарихи ҡомартҡыбыҙҙы төптән белдем, әйҙәгеҙ, ошо рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға еткерәйек”, -тине һәм ҡурайҙа уйнап, үҙенең яратҡан өҙөгөн яттан һөйләп ишеттерҙе.
Эйе, Урал батыр тирә-йүнгә Йәншишмә һыуын тағы һиптеме ни – өс көн дауамында Бөрйән ере йәш сәсәндәрҙең рухлы, сәмле сығышына шаһит булды, эпостар төбәге булған изге еребеҙҙә, тәүтөйәгебеҙҙә боронғолоҡтоң үҙе яңғыраны, башҡорт рухы тау булып күтәрелде, ҡая булып ҡалҡты, Ағиҙелгә ҡушылып моңайҙы,августың ҡайнар ҡояшынан уҙҙырып күңелдәрҙе йылытты, киләсәгебеҙҙең рухлы, ышаныслы ҡулдарҙа икәненә төшөндөрҙө...
Автор:Айсылу Гарифуллина