Бөтә яңылыҡтар

“Сарс”та һәр көн күңелле уҙа

  Солтанбәк ауылында  урынлашҡан  “Сарс” ял-һауыҡтырыу лагерында  өсөнсө смена  бара.

“Сарс”та һәр көн күңелле уҙа
“Сарс”та һәр көн күңелле уҙа

Ул ”Ваҡыт серҙәре” тип аталды.   Бирегә килеүселәр  24 июлдән  13 авгусҡаса  күңелле һәм файҙалы ял итәсәк.

“Аллаға шөкөр, өсөнсө смена ла башланып китте. Балаларҙың ялы  күңелле лә, фәһемле лә, файҙалы ла булһын өсөн  ике тәрбиәсе,  дүрт вожатый, бер физрук, фельдшер, организатор  барыһын да эшләй. Иң мөһиме, балалар иҫән-һау булып,  лагерҙағы ял  имен, хәүефһеҙ үтһен.

Балалар  танышып, үҙ-ара дуҫлашып та өлгөрҙө.  Вожатыйҙар улар өсөн күңелле, мауыҡтырғыс программа әҙерләне.

Өсөнсө  сменала әлегә урындар бар. Юллама алыу өсөн  район мәғариф бүлегенә  8(34771) 2-16-32 номерына шылтырата алаһығыҙ.  Кемдәрҙең “Сарс”та ял итергә теләге бар, килегеҙ!”   - ти лагерь начальнигы Наилә Ибатулла ҡыҙы.

Наилә Имаева.

“Сарс”та һәр көн күңелле уҙа
“Сарс”та һәр көн күңелле уҙа
“Сарс”та һәр көн күңелле уҙа
Читайте нас: