Бөтә яңылыҡтар

Фестиваль гөрләп үтте

Ҡариҙел район үҙәгендә ҡышты оҙатыу байрамы һәм фин-уғыр халыҡтарының “Уярня-2022” төбәк-ара фестивале үтте. Был көндө мари тарихи-мәҙәни үҙәге майҙаны йыр-моң, уйын-көлкө менән шаулап торҙо. Сара милли өҫтәлдәрҙе ҡарап, танышыу менән башланып китте. Өҫтәлдәрҙең йәме, әлбиттә, ҡоймаҡтар ине. Ниндәй генә төрө юҡ ине уларҙың!

Фестиваль гөрләп үтте
Фестиваль гөрләп үтте

Артабан байрам ҡунаҡтарын район хакимиәте башлығы Павел Трапезников, район Советы рәйесе Вячеслав Сабиров, төбәктең мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Виталий Ялаев сәләмләне.
Фестиваль өс конкурсты үҙ эсенә алғайны. Жюри ағзалары иң тәмле, үҙенсәлекле ҡоймаҡ хужабикәһен, иң матур ҡарасҡыны һәм иң сағыу сығышты асыҡланы.
Ҡоймаҡтар конкурсында 1-се урынға 1-се “Ҡояшҡай” һәм 3-сө “Ҡарлуғас” балалар баҡсалары лайыҡ булды. Ҡарасҡылар конкурсында беренселекте үҙ-ара 3-сө “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы һәм район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы бүлеште. Ҡарасҡылар яндырыу — “Уярня” байрамының атрибуты, ҡышты оҙатыу символы.
Фестивалгә Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле райондарынан һәм Благовещен ҡалаһынан фольклор коллективтар килгәйне. Барлығы 12 ижади коллектив ҡатнашып, байрамды музыкаль яҡтан биҙәне. Улар конкурс талаптары буйынса бер музыкаль номер һәм милли уйын әҙерләгәйне. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынға «Вуд толкын» фольклор ансамбле (Мишкә районы), “Инвожо” удмурт фольклор ансамбле (Тәтешле районы) һәм “Кирей сем” фольклор коллективы (Ҡалтасы районы) сыҡты.
Икенсе урынды “Онгырйук” халыҡ фольклор ансамбле (Благовещен ҡалаһы), “Танып турсем” мари ғаилә-этнофольклор ансамбле (Краснокама районы) һәм “Алан” фольклор ансамбле (Мишкә районы) яуланы. Фестивалдең еңеүселәре тип Ҡалтасы районының «Мурпамаш» вокаль ансамбле һәм «Амчевел» фольклор коллективы танылды.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Фестиваль гөрләп үтте
Фестиваль гөрләп үтте
Автор:
Читайте нас: