Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, Арбаш ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Зыятдинов, Афған һуғышы ветерандары союзының Асҡын йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Азат Әхмәтйәнов, Шишмә-Үрәкәй мәктәбенең элекке директоры, бөгөн хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы Рәфис Зарипов, Рөстәмдең оло хөрмәткә лайыҡ әсәһе Сәүиә Мәғәфүр ҡыҙы һәм атаһы Зәғәфран Хәйерзаман улы, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, Шишмә-Үрәкәй ауылының “Нур” мәсете имам-хатибы Рәмил хәҙрәт ҡатнашты.
Таҡтаташ ауылдың мәҙәниәт усағына ҡуйылды.
Тантаналы митингта әйтелгән һәр һүҙ илһөйәрлек, ғорурлыҡ менән һуғарылып, йөрәктәргә үтеп инде һәм һәр кемде тыныс тормоштоң ниндәй юғары хаҡ менән яулап алыныуы хаҡында уйланырға мәжбүр итте.
“Рөстәм кеүек егеттәребеҙҙе юғалтыу беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ауыр. Әсәһе Сәүиә Мәғәфүр ҡыҙына һәм атаһы Зәғәфран Хәйерзаман улына ошондай ҡыйыу йөрәкле ысын ил һаҡсыһы һәм илһөйәр ул тәрбиәләп үҫтергәне өсөн рәхмәт. Иң тәүгеләр рәтендә Тыуған илебеҙҙе нацизмдан (фашизмдан) һаҡлауға махсус хәрби операцияға юлланды, беҙҙең һәм Ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн батырҙарса көрәшеп, һәләк булды. Рөстәм Зөфәр улы райондың ғына түгел, республикабыҙҙың, илебеҙҙең ғорурлығы, батырлыҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ. Иң мөһиме – тыныс күк йөҙө, илебеҙ азатлығы өсөн баштарын һалғандарҙы онотмаһаҡ ине. Батыр егеттәрҙең иҫтәлектәрен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Илебеҙҙе яратайыҡ, берҙәм, илһөйәр булайыҡ”, - тине район хакимиәте башлығы Динис Йосопов.
- Иң оло бала булғанғамы икән, Рөстәм шул тиклем хәстәрлекле, ҡайғыртыусан булды. Һәр эштә ярҙам итте, ауылдаштарын ҡайғыртты. Ул үҙе тураһында түгел, һәр саҡ беҙҙең турала, ауылдаштары һәм халҡы тураһында уйланы, беҙҙе хәстәрләне һәм барыбыҙҙы һаҡлап башын һалды, - тине батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Сәүиә Мәғәфүр ҡыҙы.
Фәнил Ихсан улы хәрби бурысына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк булған Рөстәм Ғиндуллиндың исемен мәңгеләштереүгә көс һалыусыларға изге теләктәрен һәм рәхмәтен еткерҙе.
Тантаналы митингта сығыш яһаусы һәр кем Рөстәм Ғиндуллиндың изге күңелле, ярҙамсыл, ипле һәм яуаплы егет булғанын һәм тыуған ауылы Шишмә-Үрәкәйҙе йәнләндереү, йәштәрҙе ауылға ҡайтарыу өсөн береһенән-береһе яҡшыраҡ пландар ҡороуын билдәләне. Ул һәр саҡ ғәҙел, мәрхәмәтле һәм тыйнаҡ булды, киләсәккә матур пландар менән йәшәне, тинеләр уның хаҡында.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улына һәм яугир яҡташыбыҙҙың әсәһе Сәүиә Мәғәфүр ҡыҙына бирелде.
Тантанала ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән батырҙы иҫкә алды һәм мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды.
Тантаналы митингты Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең төньяҡ филиалы педагог-психологы Наза Наил ҡыҙы Миңлеғәлиева менән “Кызыл таң” гәзитенең иҡтисад бүлеге етәксеһе, журналист Ример Зиф улы Насретдинов алып барҙы.
Батырҙар һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, уларҙың даны - үлемһеҙ!
Наилә Имаева.