Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
23 Сентябрь 2023, 11:30

Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!

“Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы коллективы     Илшат Фәнзил улы Сәмиғуллин етәкселегендә  үҙҙәренә беркетелгән территорияла  30 төп шыршы ултыртты.

Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!

"Йәшел Башҡортостан" республика  акцияһына  Асҡын районы хеҙмәт коллективтары дәррәү ҡушылды.

“Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы коллективы     Илшат Фәнзил улы Сәмиғуллин етәкселегендә  үҙҙәренә беркетелгән территорияла     -   Асҡын ауылының Ленин урамы аҙағында күпер янындағы майҙанда иртә менән өмәгә йыйылды.

  Улар бирелә яҙҙан ултыртылып, тамыр алып китә алмаған ағастарҙы яңыртты. Шулай уҡ өҫтәп яңы  үҫентеләр ҙә  ултыртты. 

Ҡеүәтле техника ҡаҙыған соҡорҙарға эргәлә генә  ағыусы Асҡын йылғаһынан һыу ташып, балсығын йомшартып, барыһы  30 төп шыршы  ултырттылар. Һәр эште еренә еткереп башҡарыусы тырыш коллективҡа “афарин!” Иң мөһиме, ултыртҡан ағастар тамыр алып, тирә-яҡҡа ҡалҡан булып, матур итеп үҫеп  китһен.

Наилә Имаева.

Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Ултыртҡан ағастар шаулап үҫһен!
Читайте нас: