Бөтә яңылыҡтар
2020 — Башҡорт теле йылы
10 Сентябрь 2023, 10:20

Солтанбәк ағинәйҙәре һайлауға милли кейемдәрҙә килде

    Айыҡ тормош алып барыусы Солтанбәк ауылы халҡы иртә менән әүҙемлек күрһәтә.  

Солтанбәк ағинәйҙәре һайлауға милли кейемдәрҙә килде
Солтанбәк ағинәйҙәре һайлауға милли кейемдәрҙә килде

Бөгөн, 10 сентябрь, республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим көн - Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлай.

Айыҡ тормош алып барыусы Солтанбәк ауылында ла иртә менән йәнлелек һиҙелә. Халыҡ күтәренке рухта һайлау участкаһына килә. “Умырзая” ансамбле ағинәйҙәре иһә милли кейемдәрҙә килеп, мөһим сараға байрам кәйефе, милли рух, илһөйәрлек өҫтәне.

Беҙҙең социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан 938-се һайлау участкаһында иртә халыҡ әүҙемлек күрһәтә. Беренсе булып Илнур Хикматов килеп, тауыш бирҙе. Оло хөрмәткә эйә хеҙмәт ветерандары Рәйсә апай менән Вәлинур ағай Суфияновтар ҙа, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәре участкаға килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне.

Беренсе тапҡыр тауыш биреүсе Рәмилә Фазлиәхмәтова ла иртәнге сәғәттәрҙә үк килеп, тауыш бирҙе. Солтанбәктә йәштәр ҙә, оло йәштәгеләр ҙә берҙәй әүҙемлек күрһәтә. Хатта сират тороп та тауыш бирәләр, - тине һайлау участкаһынан Рәмилә Мөдәрис ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас: