Бөтә яңылыҡтар

Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!

Урмияҙ урта мәктәбендә лә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы бик матур һәм күңелле үтә.

Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!

 

Нәзилә Мансур ҡыҙы Хәтипова етәкселегендә 11-се класты биш бала тамамлай. Ә Миләүшә Альберт ҡыҙы Абдуллина етәкләгән 9-сы класта 11 уҡыусы өсөн бөгөн һуңғы ҡыңғырау сыңлай.

Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм сараға йыйылыусыларҙы байрам менән Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, район хакимиәтенәң эштәр менән идарасыһы Илдар Әфҡәт улы Асҡаров, ветеран уҡытыусы Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова ҡотлап, изге теләктәрен һәм фәһемле кәңәштәрен еткерә.

Мәктәп директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙә сығарылыш класс уҡыусыларына иң изге теләктәрен еткерә. Иң мөһиме – алда торған имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона уҡырға инеү.

Ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары! Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын!


Наилә Имаева.

 

Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар!
Читайте нас: